Тәү сиратта үҙ-үҙеңә оҡшарға тейешһең. Әгәр ҙә тышҡы ҡиәфәтең, кейгән кейемең күңелеңә хуш килһә, тимәк, һин дөрөҫ юлдаһың. Юҡҡа ғына халыҡ, ағас күрке япраҡ, әҙәм күрке сепрәк, тимәй бит. Ҡыҙҙарға бөхтә малайҙар оҡшай. Быны онотмағыҙ! Сәс һәр саҡ матур итеп алынған, тәрбиәләп таралған булырға тейеш. Кейемгә килгәндә, ул таҙа, үтекләнгән булһын. Ошо урында бер серҙе лә асайыҡ әле. Ул да булһа – тәбиғилек. Йәғни ҡыҙҙарға әллә кем булып ҡыланмаған, ә һәр ваҡыт үҙе булып ҡала белгән малайҙар оҡшай. Шуға күрә ҡыҙҙар менән ябай ғына итеп, хөрмәт менән аралышырға кәрәк. Әлбиттә, улар алдында әллә кем булып ҡыланыусы малайҙар ҙа осрай. Ғәҙәттә, тәүҙә улар иғтибар уртаһында кеүек, әммә тора бара ундай малайҙарҙың ысынында бушҡыуыҡ булыуы асыҡлана. Ә бушҡыуыҡ булыуҙан һәр ваҡыт һаҡ булыр кәрәк.
Ашыҡҡан - ашҡа бешкән, тиҙәр. Ҡыҙҙар күңелен яуларға теләгән малайҙар был мәҡәлде лә иҫтән сығармаһын ине. Ябай дуҫлыҡтың, артабан үҫешә барып, ысын мөхәббәткә әүерелеүе ихтимал. Шуға күрә ваҡиғаларҙы ҡабаландырырға кәрәкмәй.
Әгәр күңелгә ятҡан ҡыҙ менән бер синыфта уҡыһаң, аралашыуы күпкә еңеләшә. Иң мөһиме үҙеңде тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтеү һәм ыңғай тәьҫораттар ҡалдырыу. 12-15 йәшлек малайҙар, ғәҙәттә, ҡыҙҙарҙан төрлө ҡыҙыҡ табып көлөргә ярата. Был йәштә ҡыҙҙар күңеле айырыуса нескә була. Шунлыҡтан уларҙы мыҫҡыллы һүҙҙәр менән рәнйетеүҙән тыйылырға кәрәк. Тик шул осраҡта ғына иғтибар яулай алырһың.
Телем – дошманым тигәндәй, ҡыҙҙар менән аралашҡан саҡта йәмһеҙ һәм әшәке һүҙҙәр ҡулланыуҙан тыйылыу мотлаҡ. Былар рәтенә һүгенеү ҙә инә.
Иң мөһиме, малайҙар, ҡыҙҙар күңелен яулау кеүек мөһим эшкә тотонор алдынан үҙеңә төплө һәм аныҡ маҡсат ҡуйыу урынлы булыр. Баштан уҡ шуны билдәләү мөһим: теге йәки был ҡыҙ менән танышыу һеҙгә ни өсөн кәрәк? Был мөнәсәбәттәр киләсәктә дуҫлыҡ булып ҡаласаҡмы, әллә мөхәббәт ҡимәленә күтәреләсәкме?
Ғөмүмән, ҡыҙҙар – серле һандыҡ. Уларҙың күңеленә асҡыс табыу өсөн асҡыс та, күңел дә алтын булырға тейеш.
Был кәңәштәрҙе уҡып сыҡҡас, күптәрегеҙ, бындай ғына аҡылды үҙебеҙ ҙә беләбеҙ, тиер, моғайын. Килешәбеҙ: ҡыҙҙар күңелен яулауҙың һәр кемдең үҙ сере бар. Тик шулай ҙа был кәңәштәрҙе лә иғтибарҙан ситтә ҡалдырмағыҙ. Уңыштар һеҙгә!