+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Егетлек мәктәбе
6 Февраль , 12:54

Район гәзитендә баҫылған мәҡәләм әрмелә минең бәҫемде күтәрҙе

Бер көн “бабай”ҙар беҙҙе урын йыйыр ға өйрәтә башланы. Әйтергә кәрәк, күптәр был эште лә йүнләп эшләй белмәне. Өйҙә өйрәтмәгәндәр. Тик әрме бөтәһенә лә өйрәтә. Малай егет булып ҡайтасаҡ, иманым камил.

Район гәзитендә баҫылған мәҡәләм әрмелә минең бәҫемде күтәрҙе
Район гәзитендә баҫылған мәҡәләм әрмелә минең бәҫемде күтәрҙе

Армияға китергә бер аҙна ҡалғайны, район гәзитендә эшләгән дуҫым, “Әрмелә хеҙмәт итеү кәрәкме?” тигән темаға мәҡәлә яҙып бир әле, тигән үтенес менән килде.

Атайым ғүмерен ҡораллы көстәр сафында хеҙмәт итеүгә бағышланы. Ул майор булып пенсияға сыҡты. Шуға ул миңә, әрмелә хеҙмәт итмәгән егет егет булмай, ти торғайны. Әлбиттә, дуҫымдың үтенесен кире ҡаҡманым. Атайым әйткән һүҙҙәрҙе лә ҡабатланым шул мәҡәләлә.

Фекерҙәрем гәзиттә баҫылып сыҡҡанда мин Ленинград өлкәһенең Ладейное поле ҡалаһында урынлашҡан һауа һөжүменән һаҡланыу ғәскәрендә хеҙмәт итеп йөрөй инем инде. Беҙ Рәсәйҙең Финляндия менән сиген һаҡлап, көнө-төнө радарҙар артында ултырҙыҡ.

Әлбиттә, беҙҙе, йәш һалдаттарҙы, “бабай”ҙар көн дә тиерлек “өйрәтте”. Шулай итеп, көн артынан көн үтә торҙо. Телефондар ул саҡ булманы. Тик хаттар ғына яҙҙыҡ. Бер көн беҙҙең район редакцияһынан ҡалын хат килеп төштө. Асып ебәрһәм, минең фото менән мәҡәләм гәзиттә баҫылған булып сыҡты. Район хәлдәрен дә белдем. Күңелгә йылы булып китте. Ҡайтып әйләнгән кеүек булдым. Шул гәзитте яҫтыҡ аҫтына һалып ҡуйҙым.

Бер көн “бабай”ҙар беҙҙе урын йыйыр ға өйрәтә башланы. Әйтергә кәрәк, күптәр был эште лә йүнләп эшләй белмәне. Өйҙә өйрәтмәгәндәр. Тик әрме бөтәһенә лә өйрәтә. Малай егет булып ҡайтасаҡ, иманым камил.

Миңә сират килеп еткәс, беҙҙең сержант, был ниндәй гәзит ул, тип, яҫтыҡ аҫтынан сите күренеп ятҡан беҙҙең район гәзитен ҡулына алды. Гәзит рус телендә булғас минең мәҡәләмде сержант бөтәһе алдында ла ҡысҡырып уҡыны. Мин, башымды эйеп, оялып торҙом. Уҡып бөткәс, үҙең яҙҙыңмы, тип һоранылар. Мин, эйе, тинем. Казармала булған бөтә һалдаттар ҙа миңә рәхмәт әйтте. Шул ваҡыттан алып “бабай”ҙар мине артыҡ эшкә лә ҡушмай башланы. Ә командирҙар, Рөстәмдән үрнәк алығыҙ, тип маҡтай ине.

Тиҫтәләгән йылдар үтте. Ләкин әрме сафтарында хеҙмәт иткән сағым һаман да тик яҡшы яҡтан ғына иҫемдә. Армия – егетлек мәктәбе ул! Хеҙмәт итергә мотлаҡ барығыҙ, егеттәр!

Рөстәм СОЛТАНОВ

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: