Ат йәнле ҡыҙ
Өфө ҡыҙы Алина Зарипова ике йыл инде буш ваҡытын аттар менән үткәрә. Малҡайҙар менән аралашып, күңеленә ҙур кинәнес ала. Ял, байрам, каникул көндәре булһынмы, таңдан тороп, яратҡан хайуандары янына, ат һарайына ашыға. Бында уны Руда исемле ныҡ яратҡан дуҫы көтөп тора.
Миһырбанлы, ат йәнле ҡыҙҙың бөгөн ун алты йәше тулды. Руда ла әхирәтенең байрамына бик шат. Бәпембәләрҙән икеһенә бер иштән таж эшләп тә кейгән әле улар.
Алинаны беҙ ҙә тыуған көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Атай-әсәйеңде һәр ваҡыт ҡыуандырып ҡына тор! Бәхет, оҙон ғүмер, уҡыуыңда уңыштар теләйбеҙ!
Руда әхирәтең менән дуҫлығығыҙ ҙа ғүмерлек булһын!