+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Егетлек мәктәбе
14 Август , 16:12

“Башҡорт аты”на килегеҙ!

15-16 августа Халыҡ-ара Башҡорт тоҡомло аттар фестиваленә саҡырабыҙ! Өсөнсө тапҡыр ойошторолған фестиваль, ғәҙәттәгесә, Баймаҡ районының Граф күле янындағы майҙансыҡта үтәсәк.

“Башҡорт аты”на килегеҙ!
“Башҡорт аты”на килегеҙ!

“Башҡорт аты”на килегеҙ!

15-16 августа Халыҡ-ара Башҡорт тоҡомло аттар фестиваленә саҡырабыҙ! Өсөнсө тапҡыр ойошторолған фестиваль, ғәҙәттәгесә, Баймаҡ районының Граф күле янындағы майҙансыҡта үтәсәк.

 Сара ат спортын һөйөүселәрҙе, йылҡысылыҡ буйынса белгестәрҙе, милли спорт төрҙәрен үҙ итеүселәрҙе, биҙәү-ҡулланма ижады оҫталарын, йылҡы ите етештереүселәрҙе һәм ҡымыҙ эшләүселәрҙе берләштерә. Фестиваль программаһы дүрт өлөштән тора.

Йылҡы ите һәм ҡымыҙ етештереүселәрҙең күргәҙмә-йәрминкәһенә «Хәләл» стандарты буйынса эшләгән ойошмалар саҡырыла. Ә «Оҫталар ҡалаһы» күргәҙмәһендә оҫталарҙың, шулай уҡ ат биҙәүестәре конкурсында ҡатнашыусыларҙың үҙенсәлекле эштәре менән танышырға мөмкин.

📌Эшлекле программа халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияһын, ат спортында башҡорт атының яңы үҫеш этабына арналған семинарҙы һәм Урал аръяғында туризмды үҫтереү буйынса осрашыуҙы үҙ эсенә ала. Шулай уҡ быйыл беренсе тапҡыр республиканың йылҡы тотоусылары менән осрашыу уҙғарыла.

Сараның ижади өлөшөндә театрлаштырылған тамаша һәм концерт программаһы, интерактив этнографик майҙансыҡтар ойошторола. Ҡурсаҡ театры иһә фестиваль өсөн махсус интерактив спектакль әҙерләгән.

🏹 Спорт сараларының һаны быйыл тағы ла күберәк. Иң популяр ярыштар исемлегендә – «Бәйге» халыҡ-ара фестивале, «Ирәндек мәргәне» асыҡ республика, «Урал батыр» халыҡ-ара бәһлеүәндәр турнирҙары. Шулай уҡ быйыл ГТО нормативтарын тапшырыу өсөн майҙансыҡ булдырыла.

🏇 Тулыраҡ мәғлүмәт – фестиваль сайтында: https://bashkort-aty.ru. Килегеҙ, күрегеҙ!

БАШҠОРТ АТЫ - Международный фестиваль лошадей башкирской породыbashkort-aty.ru

 

 

 

 

 

“Башҡорт аты”на килегеҙ!
“Башҡорт аты”на килегеҙ!
“Башҡорт аты”на килегеҙ!
“Башҡорт аты”на килегеҙ!
“Башҡорт аты”на килегеҙ!
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: