+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Егетлек мәктәбе
16 Август , 13:59

«Башҡорт аты» III Халыҡ-ара фестивале

Баймаҡ районының Граф күле ярында «Башҡорт аты» III Халыҡ-ара башҡорт тоҡомло аттар фестивале дауам итә. Программа - сайтта:

«Башҡорт аты» III Халыҡ-ара фестивале
«Башҡорт аты» III Халыҡ-ара фестивале

 «Башҡорт аты» III Халыҡ-ара фестивале

Баймаҡ районының Граф күле ярында «Башҡорт аты» III Халыҡ-ара башҡорт тоҡомло аттар фестивале дауам итә.

Күләмле сарала Белоруссия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Әзербайжан, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренән һыбайлылар, спортсылар, ғалимдар һәм бизнес вәкилдәре ҡатнаша.

«Башҡорт аты» – республика Башлығы Радий Хәбировтың халыҡ тарафынан хуплау тапҡан башланғыстарының береһе. Был сара республика өсөн бик әһәмиәтле: ул башҡорт тоҡомло аттарҙы популярлаштырыуға, йылҡысылыҡ, ҡымыҙсылыҡ продукцияһын пропагандалауға, тоҡомло йылҡысылыҡты, ат спортын үҫтереүгә йүнәлтелгән һәм, әлбиттә, Урал аръяғында йәшәүселәр араһында ҙур популярлыҡ яулаған.

Фестивалдең программаһы төрлө сараларға бай.Фестивалдең тәүге көнөндә «Ҡара Ҡаплан» боронғо төрки алыш сәнғәте буйынса Гран-при, ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында грэпплинг, билбау көрәше буйынса республика турниҙары, «Бәйге» башҡорт күпбәйгеһе буйынса халыҡ-ара фестиваль, традицион яндан уҡ атыу буйынса «Ирәндек мәргәне» асыҡ республика турниры һәм башҡа бик күп ярыштар ойошторолдо.

Программа бөгөн дауам итә:

12.30 – 17.30 - “Тай-тулаҡ”, “Ауҙарыш”, “Ылаҡ” уйындарының финалы. Ат спорты ярыштары.
13.30 – 15.00 – Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р.Ф. Хәбировтың республиканың фермер хужалыҡтары етәкселәре һәм вәкилдәре, йылҡысылары менән осрашыуы
15.50 – 16.30 - “Башҡорт тоҡомоноң иң яҡшы вәкиле” республика конкурсы
17.15 – 17.35 – Татьяна Носованың “Ирекле аттар” шоуы
17.50 – 18.20 – Волгоград өлкәһенән ат клубы ағзаларының “Джигитовка” шоуы
18.20 – 22.00 – Тимур Рамазанов, Зилиә Бәхтиева, Наил Башстайл, Рөстәм Ғиззәтуллин, Зәйнетдин, “Бишбармаҡ” оркестры ҡатналығында киске концерт.

Баймаҡ районы һәм ҡалаһы халҡы, ҡунаҡтары иғтибарына!
“Башҡорт аты” фестивале үтәсәк Граф буйындағы майҙанға Баймаҡтан түбәндәге маршрут буйынса автобустар йөрөйәсәк: “Ирәндек” кинотеатры – 3-сө мәктәп – Үҙәк почта - “Трактовая” туҡталышы – Коммунистик урамы – Һабантуй. Автобустар 30 минут интервал менән иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 7-гә тиклем йөрөйәсәк.

«Башҡорт аты» III Халыҡ-ара фестивале
«Башҡорт аты» III Халыҡ-ара фестивале
«Башҡорт аты» III Халыҡ-ара фестивале
«Башҡорт аты» III Халыҡ-ара фестивале
«Башҡорт аты» III Халыҡ-ара фестивале
«Башҡорт аты» III Халыҡ-ара фестивале
«Башҡорт аты» III Халыҡ-ара фестивале
«Башҡорт аты» III Халыҡ-ара фестивале
Автор:Аманат
Читайте нас: