+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Егетлек мәктәбе
17 Август , 10:05

Мин - ауыл малайы

Баймаҡ районы Урғаҙа мәктәбенең 7 синыф уҡыусыһы Динислам Ғүмәровтың "Мин ауыл малайы" һүрәтләмәһе.

Ғүмәров Динислам, Баймаҡ районы Урғаҙа мәктәбенең 7 синыф уҡыусыһы. Етәксеһе - Ғүмәрова Резеда Ишморат ҡыҙы.

                                         Мин - ауыл малайы

Мин ауылда тыуғаныма, ауылда йәшәүемә сикһеҙ шатмын.  Минең тыуған ауылым -Урғаҙа. Ул шундай матур тәбиғәтле, иркен баҫыуҙары менән дан тота. Ауылым  һәр миҙгел дә яңы күлдәк кейгәндәй матурлана. Ҡыш көнө ауылым-туй күлдәге кейгән ҡыззар һымаҡ ҡына. Шундай тыныс, әйтерһең дә, серле әкиәт илендә кеуек. Ҡыш айҙарында мин саф һауала йөрөргә яратам, ял көндәрендә дуҫтарым менән бергәләп шыуғалаҡтан шыуабыҙ, конькила йөрөйбөҙ, атай менән менән балыҡҡа барыу, трактор менән ауыл урмдарын таҙартыу, баҫыуға барып ҡар тотоу миңә бик оҡшай, ә ҡартатайыма мал ҡарашыу - минең көндәлек эшем.

Ҡояш саҡ ҡына йылыраҡ йылытыу менән,тәүге тамсылар аҡһа, ауылым да тәрән йоҡонан уянғандай ашҡынып эш башлайҙар: кемдер ҡайҙалыр ашыға, склад яғында трактор тауыштары ишетелә башлай, сөнки минең ауылым элек-электән үҙенең сикһеҙ-ҡырыйһыҙ иген баҫыуҙары менән дан тота. Минең атайым да иген үҫтерә, шуға күрә яҙ етеү менән беҙҙең ғаиләлә эштәр күбәйә.Атайыма ярҙам итә алыуым менән сикһеҙ ғорурланам. Беҙҙең ауылда фермерҙар бик татыу, бер береһенә ярҙам итергә һәр ваҡытта ла әҙерҙәр. Март, апрель айҙары атайым эргәһендә ремонт эштәре менән  үтһә, май етеү менән, муйылдар сәскә ата башлаһа, беҙҙе дуҫтар менән тотоп алып та булмай - үҙебеҙҙең велосипедтарҙа тыуған яғым буйлап елдерәбеҙ генә, үҙебеҙҙең Урғаҙа йылғаһына балыҡҡа йөрөйбөҙ, хатта үҙебеҙгә шалаш та эшләп ҡуйҙыҡ. Шулай ҙа ял көндәрендә атайым менән баҫыуға барып килергә ваҡыт табам - атайым миңә трактор йөрөтергә өйрәтә. Былтыр үҙем йөреп иген дә сәстем эле, әсәйем бик ҡыуана инде, улым үҫеп килә тип. Миңә эле 13 йәш. Ысынлап та, яҙ көнө ҡап-ҡара ергә иген бөртөктәре сәсеп, нисек уҫеүен куҙәтеү, көҙ көнө шул бөртөктәр шундай матур иген диңгеҙенә әйләнеуе бигерәк матур.

Ә йәй айҙарын да Урғаҙабыҙ ҡырмыҫҡа иләуе шикелле-ҡаланан ялға,каникулға ҡайталар.Беҙ балалар  йәй буйына тәбиғәт ҡосағын да булабыҙ  тиһәк тә яңылышмаҫбыҙ-сөнки беҙҙә ҙур –ҙур өс плотина бар,өсөһен дә лә үҙенең аҡҡоштары бар.Беҙ һыу инәбеҙ,балыҡ тотабыҙ,кәмә лә йөрөйбеҙ.Кискә генә көтөу ҡайтҡан мәлгә,һыйыр ҡаршыларға барабыҙ,йәйҙең бер йәме минең өсөн көтөү мәле-бөтә дуҫтар йыйыла,һыйыр,кәзә,һарыҡтар баҡыра,ҡояш байый,өйгә ҡайтып инһәң әсәй тәмле аштары менән көтә.Ә иртәнсәк сәғәт алтынан тороп үҙемдең мотоцикл менән әсәйгә мал ҡыуышыу минең өсөн ҡыуаныс инде-ҡояш нурҙары иркәләй,юлдар асыҡ,тып тыныс ауылым иртәһе.Шулай итеп сентябрь айы етһә, Урғаҙа шундай матур төҫтәргә кумелә.Көҙ етһә, беҙ малайҙар менән алмалыҡҡа барырға яратабыҙ,ниндәй генә алма юк ,ағастар ҙа төрлө төҫкә инә,ә ер балаҫ йәйелгән кеуек бигерәк матур һәм йомшаҡ.Әлбиттә атайым менән баҫыуға барыу,комбайн да йөрөү ,икһеҙ-сикһеҙ иген диңгеҙен куҙәтеу минең өсөн ҙур ҡыуаныс...

Ауылымды бик яратам.Ауыл малайы булыуыма ғорурланам.

Автор:Аманат
Читайте нас: