Ул, ғәҙәттә, берәй табыш һиҙһә шулай ҡылана. Мин, ни, мылтыҡ алмағас уға артыҡ иғтибар ҙа итмәнем, ары юлымда булдым.
Шунан этем бер-икене лауылдап өрҙө лә ҡапыл тауышы тымды. Йөрәгем “жыу” итеп ҡалды: “Бер-бер хәл булмағайы. Эрерәк януарға эләктеме икән әллә?” – тип уйлап та өлгөрмәнем, уңданыраҡ ҡыуаҡтар ҡыштырлатып, ботаҡтар һындырып нимәлер сабып килгәне ишетелде һәм этем атым алдынан пуля кеүек сабып үтеп китте. Күҙ асып йомған арала уның артынан баҫтырып килгән уҫлаптай ҡабан да күренде. Туп-тура атҡа табан саба! Нимә эшләргә лә белмәйем, хатта, аяҡтарҙы ғына өҫкә күтәреп ҡалдым, теге ҡабан атымдың бер яҡ ҡабырғаһынан инеп икенсеһенән сығып та китте.
Шулай итеп атты харап итте был хайуан. Уларҙың бит ыржайып торған ҡаҙыҡ тештәре былай-алайыммы! Һунарға барғанда ла мылтыҡ менән тейешле урынына ғына тейҙерә алмаһаң ярһып китә ул. Бер ярһыған ҡабанды туҡтатырмын тимә! Улар бит бүре кеүек януарҙарҙы, бер-нисәүһе берләшеп алһа, уртасараҡ айыуҙарҙы ла ашап китә. Айыуҙарҙың күбеһе, хатта, ҡабанды һиҙеү менән тайыу яғын ҡарай. Тиреләре лә ҡалын була, әгәр пуля туп-тура ғына барып теймәһә, ҡайһы берендә ҡаҡлығып оса ла китә. Бигерәк тә янбаш тирәһендә, гел генә бер-береһе менән һуғышып, ҡаҙыҡ тештәре менән төйгөсләгән урындарында уларҙың ҡабырғаларын ике яҡтан ҡаплап торған ҡалҡандары барлыҡҡа килә.
Ни эшләйһең инде? Атһыҙ ҡалғас өйгә йәйәү атланым. Ә этем аҙаҡ кискә ҡарай көскә-хәлгә ҡайтып инде. Күрәһең, бәхете барҙыр...
фото: https://pixabay.com/
Булған хәлде тәжрибәле һунарсының ауыҙынан Мансур ҠАҘАҠАЕВ яҙып алды.