“Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә әҙ” тигән
әйтем, ғәҙәттә, байтаҡ йәшәгән, күп һөнәрҙәр
үҙләштереп өлгөргән ағайҙарға бик таман була.
Әммә ул бөгөнгө мәҡәләбеҙҙең ун өс йәшлек ге-
ройы Рәмигә Ғәзизовҡа ла бик килешә.
Рәмил Ҡырмыҫҡалы районының Олокүл мәк-
тәбенең 7-се “В” синыфында уҡый. Яҡшы билдә-
ләргә генә өлгәшә, мәктәптең йәмәғәт тормошонда
әүҙем ҡатнаша. Айырыуса, биология, алгебра, гео-
графия, башҡорт теле фәндәрен ярата.
Ә бына Рәмилдең шөғөлдәре, һөнәрҙәре.
– Рәмил балалар сәнғәт мәктәбенең хореогра-
фия бүлегендә уҡый, йәғни бейеүсе;
– спорт ярата, спорттың панкратион тигән төрө
менән шөғөлләнә;
– Олокүл ауылындағы “Зөләйха” мәҙрәсәһендә
белем ала;
– мәктәптәге функциональ грамоталылыҡ түңә-
рәгенә йөрөй;
– “Тиҙерәк, бейегерәк, көслөрәк” түңәрәгенә
йөрөй;
– шахмат уйнай;
– ағасҡа көйҙөрөп һүрәт төшөрә;
– техника менән ҡыҙыҡһына, автомобилдәрҙең,
мотоциклдарҙың эске төҙөлөшөн өйрәнә;
– балыҡ ҡармаҡлау – яратҡан шөғөлдәренең
береһе;
– үҙенең ваҡ-төйәк сығымдары өсөн үҙе аҡса
эшләй: йәй көнө өйрәк, ҡаҙ үҫтереп һата. Быйыл
йәй 130 баш өйрәк үҫтереп һатҡан. Еләк йыйып
та аҡса эшләгән. Металл һыныҡтары йыйып тап-
шыра.
– эшҡыуарлыҡ менән ҡыҙыҡһына. Бизнес ки-
таптары уҡый, тәжрибә һәм аҡыл йыя.
Рәмилдең ҡыҙыҡһыныуҙар даирәһе бик киң,
кем булырға хыяллана һуң ул?
Рәмил теш табибы булырға теләй. Тимәк, меди-
цина университетын һайлаясаҡ тиер инек тә, донъя
бит ул – ниттәрҙе, теләктәрҙе үҙгәртеп тә ебәр-
геләй. Шуныһы бәхәсһеҙ: ниндәй һөнәрҙе һайлаһа
ла, Рәмил Ғәзизов һәйбәт белгес булыр, сөнки ты-
рыш, егәрле, уҡыуына ла, шөғөлдәренә лә яуаплы
һәм етди ҡарай.
Әсәһе Рима Рәфис ҡыҙы әйтеүенсә, Рә-
мил – яңғыҙ бала булһа ла бик ярҙамсыл, ата-
әсәһенә, шулай уҡ олатаһы менән өләсәһенә тор-
мош-көнкүрештә терәк-таяныс булып үҫеп килә.
Рәмилдең дуҫтары күп, кеше менән тиҙ уртаҡ тел
таба.
Уҡыуға һөйөү уятҡан беренсе уҡытыусыһы Зә-
лиә Илдар ҡыҙы Вәлиеваның һабаҡтарын һис оно-
тасағы юҡ. Белем ҡәҙерен белергә өйрәткән барлыҡ
уҡытыусыларына, мәктәпте йәмле һәм таҙа итеүсе
йыйыштырыусы апайҙарға, тәмле итеп һыйлаусы
ашнаҡсы апайҙарға – һәммәһенә рәхмәтле Рәмил.
Рәмилгә атаһы ысын ир-егет өлгөһө булып тора.
Рәфил Рәшит улы мәҙәниәткә бәйле белем алып,
бейеү ансамбле етәксеһе булып эшләп йөрөһә лә,
бер заман: “Сәнғәт – ҡатын-ҡыҙ эше”, – тигән
фекергә килә. Эске эштәр органдарына күсә, яңы
һөнәр үҙләштерә. Бурыстарына яуаплы ҡараған,
намыҫлы Рәфил Ғәзизов район полиция начальни-
гы урынбаҫары вазифаһында хаҡлы ялға сыға. Ил
өсөн ҡатмарлы заманда Рәфил Рәшит улы махсус
хәрби оперция зонаһына юллана.
Рәмилдең әсәһе Рима Рәфис ҡыҙы Ибраһим-
дағы Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев музейы мөдире бу-
лып эшләй. Музейға килеүселәрҙе данлы яҡташта-
рының тарихы менән таныштыра.
Алма ағасынан алыҫ төшмәй, тип бушҡа ғына
әйтмәгәндәр. Яҡшы, рухлы, иманлы ата-әсәһенең
балаһы ул Рәмил дә...
Әлфиә АҠБУТИНА.
Гөлназ Нурмехәмитова фотолары.