Арыҫлан атлы егетмен!
Мин Дәүләтбаев Арыҫлан булам. Ишембай ҡалаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге башҡорт гимназия-интернатында 5-се “Б” синыфында тырышып уҡыйым. Башҡорт әҙәбиәте һәм биология предметтарын яратам. Синыфташтарым менән һәйбәт мөнәсәбәттәмен. Ғәҙеллекте яратам.
Быйыл гимназиялағы “йәш журналист” түңәрәгенә йөрөй башланым. Етәксебеҙ Альмира Ғариф ҡыҙы Ибраһимова. Түңәрәк уҡыу йылы башында ғына эшләй башлаһа ла беҙҙең өсөн бик ҡыҙыҡлы. Тиҙҙән “Аманат” журналы редакцияһы менән бәйләнешкә сығып, редакция хеҙмәткәрҙәре менән зумда осрашырға уйлайбыҙ. Был ваҡиғаны барыбыҙ ҙа түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ.
Бейерә яратам. “Алтынай” бейеү ансамблендә лә 1-се синыфтан яратып шөғөлләнәм. Бейегәндә күңелем асыла, йөрәгем елкенә. Конкурстарҙа беҙ тик Гран-при һәм беренсе урындарҙы ғына алабыҙ.
Данил, Данир, Камил исемле шәп ағайҙарым да бар минең. Данил ағайым хәҙер студент инде. Данир ағайым 10 синыфта уҡый, мәктәп сараларының алыштырғыһыҙ алып барыусыһы.
Ағайым Камил да “ Алтынай”ҙан олораҡ төркөм “Берғамыт” бейеү ансамблендә бейеп йөрөй.Ул бейеүсе генә түгел, шиғыр һөйләү конкурстары еңеүсеһе лә. Былтырғы уҡыу йылында М.Кәримдең "Салауат" трагедияһынан милли батырыбыҙҙың монологын һөйләп, республика кимәлендәге конкурстар еңеүсеһе булды хатта. Афарин, ағайҙарым!
“Байыҡ” Республика телевизион конкурсында ла еңеп ҡайттыҡ беҙ. Өфөлә үткәрелгән “Дуҫлыҡ биҙәктәре” бәйгеһендә 1 урынды яуланыҡ. Өйҙә әсәйемә лә ярҙам итергә тырышам: иҙән йыуам, ҡашығаяҡ йыуам, өйҙө йыйыштырам, һеңлекәшем Алтынай менән уйнап та алам, уны бик ныҡ яратабыҙ.
Арыҫлан Дәүләтбаев,
Ишембай ҡалаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы.