Бөрйән, Баймаҡ, Әбйәлил, Учалы һ.б. район-ҡалаларҙан, Өфөнән килгәндәр. Халыҡ «Ылаҡ», «Тәңкә алыу», «Ауҙарыш», «Суҡмар ырғытыу» , «Арҡан тартыш» уйындарында, ат бәйгеһендә, «Мәргән уҡсы» ярышында көсөн һынаған. Бына ҡайҙа башҡорт рухы ҡанатлана! Бына ҡайҙа оҫталыҡ, оһоллоҡ, таҫыллыҡ, сослоҡ, мәргәнлек арта! Ҡомарланып, аҙарланып көсөн һынай ярышсылар!
Был сағыу тамашала балалар, үҫмерҙәр ҙә ҡатнашҡан. Башҡорт дәүләт ҡурсаулығының ВК сәхифәһендәге мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, “Ауҙарыш” уйынында 40 кг-ға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә Хәмитов Айнур – беренсе, Кинйәкәйев Сыңғыҙ – икенсе, Ғәлиуллин Ирхан өсөнсө булған. 65 кг-ға тиклем – Вилдан Яманғолов (Баймаҡ районы), Ишҡолов Ғәҙел (Бөрйән р.), Аллабирҙин Нурислам (Әбйәлил р.) тәүге өс урынды яулаған.
Башҡа уйындарҙа өлкәндәр ярышҡан.
Ә был дәү байрамға бара алмағандарға байрам йәменә һәм ғәменә һоҡланырға мөмкинлек биргәндәре өсөн видеоны яҙҙырып һалыусыларына рәхмәт.