+3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10

Мине яҡыныраҡ белгегеҙ килһә,“Ырғыҙ” романын уҡып сығығыҙ!

5 буранайҙа (мартта) мәшһүр башҡорт яҙыусыһы, башҡорт ҡатын-ҡыҙы араһынан беренсе яҙыусы, Шәреҡ ҡатын-ҡыҙы араһынан беренсе романсы Һәҙиә Дәүләтшинаның тыуыуына 120 йыл тулды.

Мине яҡыныраҡ белгегеҙ килһә,“Ырғыҙ” романын уҡып сығығыҙ!
Мине яҡыныраҡ белгегеҙ килһә,“Ырғыҙ” романын уҡып сығығыҙ!

XX быуат башы башҡорт әҙәбиәтенә ҡеүәтле ағым булып һәҙиә Дәүләтшина, Мәлих Харис, Сәләх Кулибай, Кирәй Мәргән, Ҡадир Даян, Мостай Кәрим быуыны килеп инә. Әҙәбиәтте улар революцион романтика, ысынбарлыҡҡа яңыса ҡараш, яңы кеше образдары менән байыта.
Заманға ауаздаш драмалар, комедиялар, трагедиялар тыуа, актуаль темаларға арналған очерк­тар ишәйә. Поэзияла ода, миниатюра, баллада, сонет, шиғри роман барлыҡҡа килә.
Тап ошо осорҙа әҙәбиәткә килеп, үҙенең ижады һәм тормошо менән ҡаһарманлыҡ өлгөһө күрһәткән Һәҙиә Дәүләтшина — башҡорт әҙәбиәтенең һәм башҡорт милләтенең оло ғорурлығы, халҡыбыҙҙың рухи көсөн, ҡеүәтен, яҡты талантын раҫлаусы күркәм шәхестәребеҙҙең береһе. Шәхес культы, тоталитар режим осоронда нахаҡҡа хөкөм ителеп, күп йылдар буйы михнәт һәм ғазап сигеп йәшәргә дусар ителеүгә ҡарамаҫтан, үтә ауыр шарттарҙа ул башҡорт әҙәбиәтендә иң яҡшы ҡаҙаныштарыбыҙ­ҙың береһе тип баһаланыр бөйөк әҫәр — «Ырғыҙ» романын тамамлай һәм шуның менән ил алдында сикһеҙ ихтирам яулай. Билдәле рус яҙыусыһы Леонид Соболевтың РСФСР яҙыусыларының Беренсе съезында һөйләгән докладында (1958 йыл) ошо мәшһүр әҫәр хаҡында әйткән һүҙҙәрен иҫкә төшөрәйек: «Һәҙиә Дәүләтшинаның «Ырғыҙ» романын белмәй тороп, — ти ул, — башҡорт халҡының тормошон аңлау мөмкин түгел». Атаҡлы ҡаҙаҡ яҙыусыһы, Ҡаҙағстан Фәндәр академияһы академигы Сабит Моҡанов Һәҙиә Дәүләтшинаны үҙ ваҡытында Шәреҡ ҡатын-ҡыҙҙары араһынан сыҡҡан беренсе талантлы романсы тип атай һәм уның, үҙ яҙмышындағы ҙур ауырлыҡтарҙы еңеп сығып, халыҡ тормошо тураһында монументаль роман тыу­ҙырыуын ысын мәғәнәһендә ижад батырлығы тип баһалай. Сабит Моҡанов әйтеүенсә, «шуның менән яҙыусы үҙенә мәңгелек һәйкәл ҡойоп ҡалдырҙы». Ғәҙел һәм хаҡлы баһа был.
Әйткәндәй, һоҡланғыс ижады һәм бөтөн ғүмере менән үҙ халҡының рухи бейеклеген билдәләгән әҙиптәр тарихта айырыуса хөрмәткә лайыҡ. Һ. Дәүләтшина шәхесе һәм таланты башҡорт донъяһында М. Аҡмулла, Ш. Бабич, М. Буранғол һымаҡ фажиғәле яҙмышҡа дусар ителгән бөйөк әҙиптәр һәм бөйөк шәхестәр менән бер рәттә тора. Уның яҡты исеме халҡыбыҙҙың йөрәк түрендә урын алған.
Һәҙиә Дәүләтшинаның ғүмере еңелдән булмай, әммә уның ихтыяры һынмаған, сәләмәтлеге ҡаҡшаһа ла, рухы ҡоростай ныҡ булған.
Әҙибәнең ижады ғалимдар тарафынан яҡшы өйрәнелгән. Марат Минһажетдиновтың «Һ. Дәүләтшина ижады» (1966), авторҙар коллективының «Һ. Дәүләтшина тураһында иҫтәлектәр» (1983), Ғәзим Шафиҡовтың уның тормошо тураһындағы “Ырғыҙ ҡыҙы” тигән публицистик мәҡәләһе ошо хаҡта һөйләй. Шулай уҡ Гөлсирә Ғиззәтуллина “Һәҙиә” тигән роман ижад итте.
Замандаштары хәтерләүенсә, Һәҙиә Дәүләтшина иҫ киткес изге күңелле кеше, ҙур талант эйәһе булған.
Кешене өмөт йәшәтә, тибеҙ. Эйе, өмөт һүнһә, кеше лә бирешә, йәшәүенең мәғәнәһе ҡалмай. Ә Һәҙиә Дәүләтшина — бер ваҡытта ла яҡты киләсәккә өмөт өҙмәй, тормош елдәренә бирешмәй йәшәүсе көслө кеше. Ул – саманан тыш ғазаплы тормош юлы үткән кеше. Уға кисерергә тура килгән ауырлыҡтар баҫымы аҫтында арыҫландай ирҙәр бөгөлөп төшөр, ҡанаттары һыныр, баштарын юғалтырҙар ине. Тик әҙибәбеҙ бирешмәй.
“Ата-әсәһе уға Һәҙиә тип исем ҡушҡан. Һәҙиә - беҙҙеңсә “бүләк” тигән һүҙ. Улар үҙҙәренең был сибәр һәм ғәйрәтле ҡыҙҙарының халыҡҡа бөйөк бүләк буласағын белдеме икән?...” – тип яҙған заманында башҡорт совет яҙыусыһы, журналист һәм тәржемәсе Ғәйнан Әмири.
Яҙыусының әсәһе Гөлйәүһәр инәйҙең хәтирә­һе­нән өҙөк ҡарап китәйек: «Һәҙиәне хөкүмәт йомош­тарын үтәп ҡайтып килгәндә ҡулға алғандар, өйгә лә индермәйсә. Хаиндар. Бөтә мөлкәтте тартып алып, фатирыбыҙға башҡа кешеләр килеп тулғас, миңә 5 метрлы кухнябыҙҙы ғына ҡалдырҙылар. Һәҙиә 1943 йыл төрмәнән ҡайт­ҡансы шунда көн иттем.
Өфөлә 8 март исемендәге тегеү фабрикаһында «ручница» булып эшләнем. Фронттан тишелеп, йыртылып, ҡанға батып бөткән шинелдәрҙе килтерәләр. Беҙ шуларҙы тегеп-ямап, кире оҙата инек.
Һәҙиә Мордовия төрмәһенән бөтә һаулығын юғалтып, күкрәгенән ҡан төкөрөп ҡайтты. «Книга отличника» ла алып ҡайтты әле ул Сталин лагерынан.
Ултырып ҡайтҡас та уға тын­ғылыҡ булманы. Өфөгә индермәнеләр, эш бирмәйҙәр. Ә бит нисек тә йәшәргә кәрәк. Сулеяла ла, Ҡыйғыла ла йәшәп ҡараныҡ. Ахыр килеп Бөрөлә йәшәргә рөхсәт булды. Балам ниндәй генә йәберләүҙәр күрмәне. Ни хәл итеп йөрәккенәһе түҙгәндер. Уның аҡылы, уның белеме менән төнгө ҡарауылсы ла булды, иҙән дә йыу­ҙы, ирҙәр мунсаһында мунсасы ла булды. Тик бер нәмәне ҡулынан йолҡоп алырға хәлдәренән килмәне дошмандарҙың. Ул да булһа – ҡәләм. Ҡәләм ҡулынан төшмәне. Төрмәнән бөтөнләй үҙгәреп, хәлһеҙләнеп ҡайтыуына ҡарамаҫтан, көнө-төнө яҙышты. Ашыҡты.
Яҙа-яҙа ла тағы китә Өфөгә. «Исмаһам, журналда «Ырғыҙ буйҙарында»мдың бер бүлеген баҫтырырға ине», — тип өмөтләнде. Юҡ шул. Күпме генә өмөтләнеп йөрөһә лә, Өфөгә барған һайын бер нисә йылға ҡартайып ҡайта ине. Ул замандағы яҙыусыларҙың яҙмыштарын хәл итеп ултырған «түрәкәйләрҙән» үтеп, бер кем дә баҫтырырға ҡыймай.
Хәҙер Һәҙиә, Ғөбәй кейәү ҡалдырған емештәргә эт-ҡош кинәнә. Үҙ ҡулдарым менән биреп ебәрҙем бит. «Иманыңа ышанғандай миңә ышан. Һәҙиәнең архивтарын миңә бир, үҙем һаҡлармын», — тип быуынға төштөләр. Шулай итеп, нышып тултырылған бер тоҡ архив санаға һалып һөйрәп алып кителде. Күҙ нурымдың күк­рәк ҡаны менән яҙған нәмәләрен. Ҡәһәрле әсе яҙмыш!»
Һәҙиә Дәүләтшина ғүмеренең һуңғы минутына ҡәҙәр күңел тѳшѳнкѳлѳгѳнә бирелмәгән, ижади илһам, асыҡ аң, ҡанатлы уй-тойғолар менән йәшәгән. Әҙибә тураһында иҫтәлектәрҙең береһендә мәшһүр яҙыусының ошондай һүҙҙәре килтерелә: «Мине яҡыныраҡ белгегеҙ килһә, «Ырғыҙ» романын уҡығыҙ. Минең бѳтә йәнем, саф йѳрәгем — шул романда». Ысынлап та, уның ауыр яҙмышы ла, оло ҡаһарманлыҡҡа тиң ижады ла ошо әҫәрҙә сағыла.

Регина Мәғәсүмова.

Автор:
Читайте нас: