+4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10

Кадеттар-алда!

Ысын ир-егет һәр ваҡыт тыуып-үҫкән ер-һыуын, туған халҡын, илен һаҡларға һәр ваҡыт әҙер булырға тейеш. Шуғалыр ҙа беҙҙең Башҡорт гимназияһындағы кадет кластарына балалар бик теләп килә. Хатта ҡыҙҙар ҙа киләсәк профессияһын хәрбиҙәр рәтендә күрә.

Кадеттар-алда!
Кадеттар-алда!

Кадеттар-алда!

Ысын ир-егет һәр ваҡыт тыуып-үҫкән ер-һыуын, туған халҡын, илен һаҡларға һәр ваҡыт әҙер булырға тейеш. Шуғалыр ҙа беҙҙең Башҡорт гимназияһындағы кадет кластарына балалар бик теләп килә. Хатта ҡыҙҙар ҙа киләсәк профессияһын хәрбиҙәр рәтендә күрә.

8 к кадет класы 2021 йылда (ФСБ) Хәүефһеҙлек хеҙмәте йүнәлешендә асылды, ә бер йылдан Шайморатовсылар класына уҡыусылар килде. Гимназияла кадеттар иң көслө, иң актив уҡыусылар, тип әйтә алам. Ни өсөн тигәндә, башҡа предметттарҙан тыш беҙ спорт, хәрби әҙерлек, шулай уҡ, шахмат, шашка, бейеү буйынса ла дәрестәр алабыҙ. Яңыраҡ Мәскәү ҡалаһында самбо буйынса ярышта еңеп ҡайтҡан командала  класташтарым Хужәхмәтов Ренал, Ғәлиханов Әмир күптәребеҙ өсөн өлгө булып тора.  Ноябрь айында Шайморатовсылар (7 к кадет класы) республика бәйгеһендә ҡатнашып, призлы урын яуланы. Рәсәй геройы М. Шайморатов һәм 112-се башҡорт кавалерия дивизияһына арналған викторинала Нәбиев Данил  1-се урынға лайыҡ булды.

Кадеттар бер ерҙә лә һынатмайҙар. Бик күптәребеҙ Йәштәр һәм балаларҙың «Беренселәр хәрәкәте» тип аталған ойошмаһында  шөғөлләнә. 29 ноябрҙә Өфөлә үткән «Хәрәкәт лидеры» республика конкурсында Ғәлиханов Әмир  «Ватанға хеҙмәт итәм» номинацияһында еңеүсе булды.

Шулай итеп, ата-олатайҙарыбыҙҙың тарихи традицияларын дауам итә Башҡорт гимназияһы кадеттары.

8 к класы уҡыусыһы, гимназия президенты Адыев Алан.

Кадеттар-алда!
Кадеттар-алда!
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: