-3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Егетлек мәктәбе
13 Июнь , 23:01

Балалар спортты һайлай

Каникул башланғас та һәр ата-әсә өсөн балаларының йәйге ялы көнүҙәк мәсьәләгә әйләнә. Кемдер  мәктәп лагерын һайлай, ҡайһылары балаһы өсөн ижади йүнәлешле лагерь эҙләй, ә күбеһе спорт йүнәлешен үҙ итә. Бәхеткә ҡаршы республикабыҙҙа балалар өсөн лагерҙар бихисап.

Балалар спортты һайлай
Балалар спортты һайлай

Бөгөн беҙ шуларҙың береһе – Учалы районы  Ахун ауылында урынлашҡан “Йәйғор” балалар лагерында булдыҡ. Лагерҙа балаларҙы хәрби-патриотик тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүленә. Балалар маршҡа баҫырға  өйрәнә, көн һайын физик күнекмәләр, баскетбол һәм башҡа төрлө уйындар менән мәшғүлдәр. Ҡарағайлыҡ эсендә урынлашҡан лагерь тирәһендә һыу инергә лә урын бар. Уҡыусыларҙы пневматик автоматты һүтергә-йыйырға, винтовканан атырға өйрәтәләр.

Автомат ҡороу буйынса бөгөнгө ярышта Хәкимов Кәрим менән Эвелина Кәримова көс һынашты. Әлбиттә, егет кеше еңде. Әммә Эвелина ла ҡалышмай,  ул да оҫта. 

– Балалар өсөн был йүнәлеш мауыҡтырғыс. Дуҫлашырға, тиҫтерҙәре араһында ҡалышмаҫҡа, үҙҙәрен тоторға өйрәнәләр. Уларҙы ҡыҙыҡһындырыу ниәте менән йыш ҡына ярыштар ойошторабыҙ һәм смена аҙағында спартакиада ла була. Оҙонлоҡҡа һикереү,  йүгереү һәм турникта тартылыу буйынса балаларыбыҙ күрше лагерҙағыларға ҡарағанда  шәберәк. Мин бында күп йылдар эшләйем һәм МХО-ла ҡатнашыусылар араһында ҡасандыр үҙебеҙҙә ял иткән егеттәрҙе таныйым. Беҙҙең балаларҙың көслө рухлы ғына түгел, физик яҡтан да ныҡ булыуы зарур.  Уларҙы шул юҫыҡта үҫтереү  беҙҙең бурыс. Әлбиттә, лагерҙа тәртипкә ныҡ иғтибар йүнәлтелә. Кеҫә телефондарын бер нисә сәғәткә генә бирәбеҙ. Ҡалған ваҡытты улар хәрәкәт итеп, уйнап, физик күнекмәләр менән үткәрә, –  тип һөйләне запастағы капитан, хеҙмәт ветераны,  атҡаҙанған мәғариф эшмәкәре, "Йәйғор" балалар лагерында физик культура буйынса инструктор Фәрит Шәйхулла улы Шакиров.

 

#АманатУчалыРайоны

 

Балалар спортты һайлай
Балалар спортты һайлай
Балалар спортты һайлай
Балалар спортты һайлай
Автор: Зиля Галлямова
Читайте нас: