Тәтешле районының балалар ижады үҙәгендәге «Солнечный круг» заманса инклюзив оҫтаханаһында тыуа икән был тылсым. Бик күп йылдар Елена Фәниз ҡыҙы Әхийәрова уҡыусылар менән балсыҡтан мөғжизәләр тыуҙыра. Түңәрәктә сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар балсыҡтан төрлө әйберҙәр әүәләп эшләү менән шөғөлләнә. Инклюзив оҫтахана — республиканың төньяҡ райондарында тәүге проекттарҙың береһе. Уны Президент гранттары фонды һәм район хакимиәте ярҙамында атҡарып сыҡҡандар.
Оҫтахана бүлмәһенә ремонт эшләнгән, грант аҡсаһына балсыҡтан яһалған әйберҙәрҙе яндырыу мейесе, көршәксе түңәрәге алынған. Балалар ҡулдары менән аҡ балсыҡтан төрлө әйберҙәр әүәләргә, уны ялтырауыҡлы буяу менән буярға өйрәнә. Мейестәге 1200 градуслыҡ эҫелә хатта быяла ла ирей. Буялған әйберҙәр унда алты сәғәт киптерелә.
– Балсыҡтан һауыт та эшләп була, уйынсыҡ та, сәскә лә! Яһаған әйберҙәребеҙҙе төрлө төҫтәргә буяйбыҙ. Ҡыҙыл, зәңгәр, йәшел буяу — барыһы ла бар. Шунан төрлө биҙәктәр менән биҙәргә мөмкин. Балалар менән рәхәтләнеп эшләйбеҙ. Аҙаҡ әйберҙәребеҙҙе әсәйҙәргә, атайҙарға, өләсәйҙәргә бүләк итәбеҙ.
Балсыҡты әүәләү сәләмәтлек өсөн иҫ киткес файҙалы, телмәрҙе, моториканы үҫтерә, һүрәт төшөрөүҙә лә шәп, хатта яҙыуҙы ла үҙгәртә, – ти үҙ эшенә мөкиббән киткән остаз Елена Фәниз ҡыҙы.
Балсыҡтың да тылсымы бар икәнлегенә төшөндөк. Тәрбиәләнеүселәр менән асыҡ дәрестәр, оҫталыҡ дәрестәре һәм күргәҙмәләр ойошторола.
– Әйҙәгеҙ, беҙгә лә инегеҙ, — тип ихлас итеп ҡаршы алды Мөҙәрис Әғзәм улы Мортазин. Ул «Электроника» берекмәһендә егерме йылдан ашыу инженер кадрҙарын тәрбиәләүгә һәм техник ижадты популярлаштырыуға үҙ өлөшөн индерә. Малайҙар, ҡайһы бер ҡыҙҙар ҙа бында радиоһәүәҫкәрлек менән “ауырый”, электр һәм электроника нигеҙҙәрен үҙләштерә. Күп тәрбиәләнеүселәрҙең төп һөнәре булып та киткән икән.
– Бына бөгөн дә тәрбиәләнеүселәрем төрлө проекттарҙа һәм конкурстарҙа ҡатнашыуын дауам итә. Өфөлә “Йондоҙло эстафета” халыҡ-ара фәнни-техник проекттар конкурсының республика этабы үтте. Унда 100-ҙән ашыу бала үҙ проекттарын төрлө йүнәлештәрҙәге "Йыһан лабораторияһы", "Программалау", "Йыһанда роботтар", "Ерҙе, энергияны һәм кешене һаҡлау" секцияларында яҡланы.
Жюри ағзалары беҙҙең пластик пэт шешәләрҙән 3D принтер өсөн филамент алыу проектын юғары баһаланы, ул беренсе урынды алды. Пластик эшкәртеү ҡоролмаһын булдырыуҙа тәрбиәләнеүселәрем Ирек Шәйхетдинов менән Айбулат Карамов ҡатнашты. Бында, әлбиттә, пластикты ошо ысул менән эшкәртеү идеяһы яңы түгел, әммә ул ҡоролманы эшләү өсөн уҡыусыларға 3D моделдәр, электроника, материалдарҙы өйрәнеү, технология һәм башҡа өлкәләрҙә белем алыу кәрәк. Тап ошонда ла инде проекттың асылы, һәм уҡыусылар үҙ бурысын бик яҡшы үтәне. Хәҙер улар үҙ ҡулдары менән яһалған лазер граверы өҫтөндә эшләй.
Түңәрәктең эше тураһында Мөҙәрис Әғзәм улы сәғәттәр буйы һөйләй ала.
Беҙҙе Тәтешленең 2-се мәктәбе егеттәре ҡурайҙа уйнап таң ҡалдырғайны. Баҡтиһәң, улар сәнғәт мәктәбендә Айнур Һәүбән улы Ҡыямов етәкселегендә шөғөлләнә икән. Ағайҙары “Ирәкте” үрнәкле ҡурайсылар ансамбле етәксеһе лә икән. Ҡурайсы егеттәребеҙ Данил Әхмәтйәнов, Даниил Шәрәфиев һәм Ранил Бәләғетдинов бар яҡтан да әүҙем, төрлө конкурстарҙа ихлас ҡатнаша. Улар белем алырға ла, мәктәп телевидениеһының дикторҙары булырға ла, КВН-да уйнарға ла өлгөрә. Артабан да егеттәребеҙҙе әүҙемлек ташламаһын, урман яғы башҡорттарының данын арттырһындар, тип теләйем.
Римма БАЙМЫРҘИНА.
Тәтешле районы.