Айлина Даутова. Стәрлетамаҡ ҡалаһынан.
“Миңә - 5 йәш. Стәрлетамаҡ ҡалаһында 62-се һанлы балалар баҡсаһына йөрөйөм. Һүрәт төшөрөргә, бейергә яратам. Әсәйемә ярҙамлашып гөлдәргә һыу һибәм, туҙан һөртәм, һауыт-һаба йыуышам.”
Евгения Кормаченко. Өфө районының Дорогино ауылы.
“Миңә – 11 йәш. Буш ваҡытымда һүрәт төшөрәм, бейейем, бисерҙан төрлө биҙәүес әйберҙәре эшләргә әүәҫмен. Ҡышҡыһын әхирәттәрем менән көндә катокка йөрөйөм. Киләсәктә рәссам булырға теләйем”.
Зарина Ғайсина. Әбйәлил районының Ташбулат ауылынан.
"Миңә - 6 йәш. Йырларға, бейергә, шиғыр һөйләргә, һүрәт төшөрөргә, ребус сисергә яратам. "Аҡбуҙат”, “Аманат” журналдарын яратып уҡыйым һәр һанын түҙемһеҙлек менән көтөп алам.
Риана Таминдарова. Ауырғазы районының Талбазы ауылынан.
“Миңә – 10 йәш. Талбазы башҡорт гимназияһының 4- се синыфында белем алам. Буш ваҡытымда һүрәт төшөрөргә, бейергә яратам. Акробатика менән шөғөлләнәм. Хәҙер төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулайым”.
Элиза Шәйәхмәтова. Ғафури районының Красноусол ҡасабаһынан.
“4-се синыфта уҡыйым. Буш ваҡытымда һүрәт төшөрәм, ҡурсаҡтар тегергә, тәбиғәтте фотоға төшөрөргә яратам. Әсәйемә ярҙамлашып ашарға бешерәм. Киләсәктә фотограф булырға теләйем”.