Беҙ, уҡытыусыбыҙ Гүзәл Вәхит ҡыҙы менән, ғүмер буйы мәктәптә эшләп, хәҙер хаҡлы ялда булған Зилә Нурмөхәммәт ҡыҙына ярҙам итергә барҙыҡ. Зилә әбей беҙҙе ихлас ҡаршы алды. Беҙ әбейҙең иҙәнен һеперҙек, туҙан һөрттөк. Зилә әбей беҙгә күстәнәстәр таратты. Ул бик һөйөнөп, изге теләктәрен әйтеп, оҙатып ҡалды. Изге эш эшләп, беҙ ҙә ҡыуанып ҡайттыҡ.
Ләйсән Мырҙаҡаҽва,
Ҡырмыҫҡалы районының Мөкәй мәктәбе уҡыусыһы.