-12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
19 Апрель , 14:15

Күңел ҡушыуы буйынса

Туймазы ҡалаһынан Хәбиров Реналь ирекмәнлек эшмәкәрлегенә бәләкәй сағында уҡ ылыға. Изге күңелле малай тирә-яҡ мөхиттең бысраныуына битараф ҡала алмай. 9-10 йәшлек сағында уҡ тыуған ҡалаһында батарейкалар йыйыуҙы ойоштора. Бер нисә урынға махсус урналар ҡуя.

Күңел ҡушыуы буйынса
Күңел ҡушыуы буйынса

Туймазы ҡалаһынан Хәбиров Реналь ирекмәнлек эшмәкәрлегенә бәләкәй сағында уҡ ылыға. Изге күңелле малай тирә-яҡ мөхиттең бысраныуына битараф ҡала алмай. 9-10 йәшлек сағында уҡ тыуған ҡалаһында батарейкалар йыйыуҙы ойоштора. Бер нисә урынға махсус урналар ҡуя.

Реналь һаулыҡ торошо арҡаһында күп нәмәнән мәхрүм балаларға ла ҡулынан килгән тиклем ярҙам итергә теләй. Спорт залында асыҡ ишектәр көнө ойоштора. Шулай итеп, ғәрип балалар ҡәҙимге балалар менән бергә спортҡа килә башлай.

2017 йылда Реналь бик сауаплы тағы бер ғәмәл ҡыла: церебраль фалижлы ҡыҙыҡайға атларға өйрәтеү аппараты һатып алыуға аҡса йыйыу ойоштора. Ҡыҙ тәүге аҙымдарын яһай. Артабан әүҙем үҫмерҙең башланғысы менән  ул уҡыған 7-се мәктәп тирәһендә Бөйөк Ватан һуғышының бәләкәй геройҙары аллеяһы ултыртыла.

2018 йылдан Реналь “Импульс” ирекмәнлек отрядында  ҡатнаша.  “Киләсәк светофорҙары” тигән проект өҫтөндә эшләй. Ҡалала яңы быуын Т7 светофорҙары ҡуйылыуына өлгәшә. Ҡараңғы төшкәс, урамда балаларҙы яҡтылыҡ сағылдыра торған жилет кейеп йөрөргә өндәй. 

Реналдең изгелекле эштәрен һанап бөтөү мөмкин дә түгел. Бигерәк тә үҙенең “Ярҙамлашыр өсөн тыуғандар” тигән ирекмәнлек отрядын (үҙе уның командиры), үҙенсәлекле балалар өсөн “Уйнай-уйнай уҡыйым” тигән үҫтереү һәм уҡытыу үҙәген (унда үҙе уҡыта)  ойошторғас, эштәре тағы ла күләмлерәк төҫ ала. “Автоҡаласыҡ – юлда балаларҙың хәүефһеҙлек шарты” тигән проект өҫтөндә лә эшләй ул.

Бына шулай йәшәй Реналь. Тәү ҡарашҡа ниндәйҙер вазифала йә бизнеста эшләгән, мөмкинлектәре булған өлкән кешенең эштәре тиерһең. Әммә быларҙың бөтәһен мәктәп уҡыусыһы башҡара. Изге эштәр республикабыҙҙа юғары баһалана: Реналь Хәбиров "Башҡортостан Республикаһы ирекмәне" почет билдәһе менән бүләкләнә. Награданы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тапшыра. 

Реналь Хәбиров әле 11-се синыфта уҡый. Уның тормош юлын тик изге эштәр биҙәрендә шик юҡ.

#ирекмәнлек

Күңел ҡушыуы буйынса
Күңел ҡушыуы буйынса
Күңел ҡушыуы буйынса
Күңел ҡушыуы буйынса
Күңел ҡушыуы буйынса
Күңел ҡушыуы буйынса
Күңел ҡушыуы буйынса
Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас: