-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

Ризат менән Рәзифә

Бөрйәндә йәшәүсе Гөлсирә инәйемдең игеҙәк балалары Рәзифә менән Ризат Малабаевтар тураһында һөйләргә теләйем...

Бөрйән районы – хозур тәбиғәте менән барыһын да таң ҡалдырған данлы, матур төбәк. Әсәйемдең тыуған яғына йышыраҡ барырға тырышабыҙ, сөнки унда беҙҙе һағынып көтөп тороусы өләсәйем менән олатайым һәм башҡа бик күп туғандарыбыҙ бар. Әсәйемдең бер туған ике апаһының игеҙәк балалары бар. Бер инәйем – Иҫке Монасипта, икенсеһе Яңы Усман ауылында йәшәй.
Яңы Усманда йәшәүсе Гөлсирә инәйемдең игеҙәк балалары Рәзифә апайым менән Ризат ағайым Малабаевтар тураһында һөйләргә теләйем. Улар 1991 йылдың 3 июнендә донъяға килә. Малай алданыраҡ тыуғас, апайым уға ағай тип өндәшә. Бер-береһенә оҡшамаһалар ҙа, үҙ-ара дуҫ, татыуҙар. Икеһе лә шаян, шуҡ булып, гел бергә уйнап үҫә. Саҡ ҡына айырылып торһалар, бер-береһен тиҙ һағыналар. Ризат ағайым хеҙмәткә киткәс, Рәзифә апайым түҙем.һеҙлек менән көтөп ала. “Кәйефһеҙ саҡтарҙа ла, күңелле мәлдәрҙә лә бер үк тойғолар кисерәбеҙ”, – ти улар.
“Игеҙәк булыуы ҡыйын түгелме?” – тип һорағас, апайым тыныс ҡына итеп:
“Юҡ, киреһенсә, яҡшы. Ағайым мине һәр ваҡыт ҡурсалап, яҡлап ҡына йөрөтә, мин уның иң яҡын дуҫы ла, серҙәше лә”, – тине.
Апайым, тормошҡа сығып, бер ҡыҙ үҫтерһә, ағайым әлегә үҙенең икенсе яртыһын осратмаған.Тиҙҙән ул да үҙ бәхетен табыр, тигән өмөттә ҡалам.

Сөмбөл ЙОСОПОВА,
Учалы районының Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылы.

Читайте нас: