Шотландияның Инверклайд районындә игеҙәктәр бик күп икән. Күҙ алдына килтерегеҙ - быйыл беренсе синыфҡа бер юлы 13 пар (!!!) игеҙәк уҡырға барған, ә районда бөтәһе 146 пар игеҙәк йәшәй. Уҡытыусыларға бик ауырға төшәлер инде. Урындағы халыҡ, беҙҙең һыу үҙенсәлекле, уны эскән кешеләрҙең мотлаҡ игеҙәк балалары тыуа, тип шаярта икән.
Игеҙәктәр тигәс, бер юлы һораулама ла үткәреп китәйек әле. Журналыбыҙҙа барған "Игеҙәктәр - ғаиләлә биҙәктәр" конкурсына быға тиклем уҡыусылар әүҙем ҡатнашты, бик ҡыҙыҡлы, йөкмәткеле хаттар ебәрҙеләр. Әммә ниңәлер быйыл хаттар һирәгәйҙе. Нисек уйлайһығыҙ, 2020 йылда конкурсты дауам итергәме, юҡмы?
Фото интернет селтәренән асыҡ сығанаҡтан алынды.