Мин Күгәрсен районының Мораҡ Башҡорт гимназияһында 10 “В” синыфында уҡыйым. Татыулығы, әүҙемлеге, яҡшы уҡыуы менән айырылып тора синыфыбыҙ – барыбыҙ ҙа “отличник”, йә “ударник” тиер инем, бер уҡыусыбыҙҙың ғына йыллыҡҡа “өслө” билдәһе сыҡты. Олимпиадаларҙа еңеүҙәребеҙ байтаҡ, спорт менән дә шөғөлләбеҙ.
Ләкин синыфыбыҙҙың төп үҙенсәлеге унда түгел, ә игеҙәктәрҙә! Эйе, эйе, бер синыфта дүрт игеҙәк уҡыһын әле! Алһыу менән Самат Баймырҙиндар, Земфира менән Рената Лоҡмановалар, Әлфинә менән Алина Мәжитовалар һәм беҙ: Алһыу менән Айнур Кинйәбулатовтар. Ҙур ҙа булмаған бер синыф өсөн күберәк түгелме?.. Барыбыҙ ҙа 2002 йылда тыуғанбыҙ. Был һан үҙе лә игеҙ кеүек: ике 2, ике 0.
Әсәйем көлә: “2002 йыл Башҡортостанда Игеҙәктәр йылы тип иғлан ителгән булғандыр ул, ” – ти. Ләкин беҙ гимназиябыҙҙы синыфтағы дүрт пар игеҙәк менән артыҡ аптырата ла алмайбыҙ, сөнки бөтөн республикаға билдәле өс игеҙәк ҡыҙҙар: Гөлсәсәк, Гөлсирен һәм Гөлйемеш Ибраһимовалар ҙа беҙҙең мәктәптә уҡыны.
Ә игеҙәк булыу ҡыҙыҡ та, рәхәт тә икән ул. Иң мөһиме, һин яңғыҙ түгел, һинең парың, ишең, терәгең бар. Ул һиңә оҡшағанмы, һинең күсермәңме, әллә бөтөнләй оҡшамағанмы – уның әһәмиәте юҡ...
Самат менән Алһыу Баймырҙиндар:
“Беҙ 2002 йылдың 31 мартында Бикбулат ауылында тыуғанбыҙ. Ҙур һәм татыу ғаиләбеҙҙә беҙ – иң кеселәре. Ләкин иркә түгелбеҙ, өйҙәге, хужалыҡтағы бар эштәрҙе лә үтәйбеҙ. Бер-беребеҙҙе айырым күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ.
Самат математика, информатика кеүек теүәл фәндәрҙе яҡшы белһә, мин биология, химияны яратып өйрәнәм. Ул бик етди, шуға ул миңә ағай кеүек. Игеҙәктәрҙең береһе һаулыҡ яғынан сибек була тигәндәре – буш һүҙ. Беҙ бөтөнөбөҙ ҙә физик яҡтан да, рухи яҡтан да һау-сәләмәт”.
Земфира һәм Рената Лоҡмановалар:
“Бер-беребеҙгә ныҡ оҡшағанбыҙ, шуға ла беҙҙе йыш бутайҙар, яңылыш маҡтап, йә әрләп тә китәләр. “Юҡ, мин ул түгел”, – тип тормайбыҙ, көләбеҙ ҙә ҡуябыҙ.
Игеҙәктәр араһындағы бер-береңә булған яратыуҙы, тартылыуҙы, әҙгә генә айырылышҡанда ла бер-береңде юҡһыныуҙы бер нисек тә аңлата алмайбыҙ. Был – эске бер тойғо. Беҙ шул тиклем бер-беребеҙгә ышанабыҙ, бер-беребеҙ өсөн үлеп торабыҙ. Иң йәшерен серҙәребеҙҙе лә һөйләйбеҙ, төрлө ҡыйын саҡтарҙа ярҙамға киләбеҙ, кәңәштәр бирәбеҙ, йыуатабыҙ. Беҙҙең тағы ла апайҙарыбыҙ бар, ләкин игеҙәк һыңарҙарыбыҙ яҡыныраҡ, хатта бер йән кеүекбеҙ. Беҙ гел бергә, бер тапҡыр ғына 10 сәғәткә айырылышып торғайныҡ, бер-беребеҙҙе шул тиклем һағындыҡ.
Атай-әсәйебеҙ беҙҙең холоҡтарыбыҙҙы төрлө тип иҫәпләй. Мин, Рената, бәләкәй саҡтан уҡ тынысһыҙ һәм илағыраҡ булғанмын. Хәҙер ҙә шулай: киләсәктә яҙмышыбыҙ өсөн дә борсолам, берәй уңышһыҙлыҡ, йә бәләкәй генә хата өсөн дә оҙаҡ ҡайғырам. Хатта ҡайһы саҡ үҙ-үҙемә ышанысым да юғалып киткеләй... Ә Земфира сабый саҡтан шуҡ, хәрәкәтсән, тиктормаҫ булған. Әле лә ул шулай әүҙем, ярҙамсыл, шаян, бар эштә лә өлгөр. Уның юморға бай булыуы ла һоҡландыра. Земфира проблемаларҙан ҡурҡып тормай, уларҙы тиҙ генә хәл итә лә ҡуя. Беребеҙ икенсебеҙҙең хәлен, кәйефен бер ҡараштан аңлай беләбеҙ. Беҙгә еңел, рәхәт, беҙ бергә бәхетле”.
Әлфинә һәм Алина Мәжитовалар:
“Беҙҙе, ҡайһы саҡ уҡытыусылар бутай, әммә дуҫтарыбыҙ, синыфташтарыбыҙ беҙҙе таный. Характерыбыҙ ҙа оҡшаш, икебеҙ ҙә тыныс, хатта кәрәгенән артыҡ оялсанбыҙ. Улай ярамағанын да беләбеҙ, ләкин бер ни ҙә эшләп булмай. Беҙ гимназияла яңыраҡ ҡына уҡый башланыҡ, белем буйынса иптәштәребеҙҙе ҡыуып етергә кәрәк, шуға күп ваҡытыбыҙҙы дәрес әҙерләүгә, өҫтәмә эштәргә бүләбеҙ. Аралашыусан, шаян булғыбыҙ килә лә, тик уҡыу беренсе урында тора”.
Алһыу һәм Айнур Кинйәбулатовтар:
“Минеңсә, беҙ бер-беребеҙгә бөтөнләй оҡшамағанбыҙ һымаҡ. Мин, Алһыу, бер урында ғына сыҙап тик тора белмәйем, етеҙмен, шаянмын, гел генә йүгереп йөрөйөм. Бейемәй һәм көлмәй йәшәй алмайым. Районыбыҙҙың “Гөрләүек” өлгөлө бейеү ансамблендә биш йыл шөғөлләнәм.
Игеҙәгем Айнур, киреһенсә, тыныс холоҡло. Хәбәрҙе лә яйлап ҡына, уйлап ҡына һөйләй. Ул Балалар сәнғәт мәктәбенең рәсем синыфын тамамланы. Һынлы сәнғәт буйынса күп кенә бәйгеләр еңеүсеһе. Мин үҙем дә һүрәт төшөрөргә яратам.
Беҙҙең аралағы оҡшашлыҡ шул ғыналыр ул. Сөнки характерҙарыбыҙ, шөғөлдәребеҙ генә түгел, хыял иткән буласаҡ һөнәрҙәребеҙ ҙә төрлө беҙҙең: мин табип булырға хыялланам, ә Айнур тарих, йәмғиәтте өйрәнеү кеүек фәндәр менән ҡыҙыҡһына. Рәсәйҙең генә түгел, сит илдәрҙең тарихы тураһында китаптар уҡый, кинолар ҡарай. Ул йә уҡытыусы, йә юрист буласаҡ.
Тышҡы ҡиәфәттәребеҙ, йөҙҙәребеҙ оҡшаш булһа ла, беҙ – донъяны төрлөсә ҡабул итеүсе айырым шәхестәр. Яратҡан аштарыбыҙ ҙа төрлө, яратҡан төҫтәребеҙ ҙә айырыла. Яратып уҡыған китаптарыбыҙ, ҡараған киноларыбыҙ ҙа тап килмәй. Һөйгәндәребеҙ ҙә бер-береһенә оҡшамаған. Бына шундай парадокс”.
Бына шундай үҙенсәлекле игеҙәктәре менән матур ул беҙҙең синыф. Нисә шәхес – шунса холоҡ, шунса яҙмыш.
Алһыу КИНЙӘБУЛАТОВА. Күгәрсен районының Мораҡ Башҡорт гимназияһы уҡыусыһы.