-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

"Игеҙәктәр – ғаиләлә биҙәктәр" конкурсы артабан дауам итмәй

Дуҫтар! 2020 йылда “Игеҙәктәр – ғаиләлә биҙәктәр” конкурсына өс хат ҡына килде. Уларҙың авторҙары барыһы ла еңеүсе тип билдәләнде һәм улар “Аманат” журналының Маҡтау билдәләре менән бүләкләнә.

Юлай менән Юлиә
Ғафури районы Ерек ауылында йәшәүсе туғандарым Әлиә һәм Әлфир Хәмзиндарҙың ғаиләһендә лә игеҙәктәр үҫә. Уларҙың береһе – малай, икенсеһе – ҡыҙ. Юлай һәм Юлиә тип исем ҡушҡандар уларға ата-әсәләре.
Игеҙәк туғандарыма 1 йәш кенә әле. Юлай ҡулда һикерергә, туп менән уйнарға ярата, ә Юлиәгә йәшенмәк уйыны оҡшай.Уға быйыл Ҡыш бабай ҡурсаҡ бүләк итте. Ҡурсағы булғас, Юлай менән уйнамай башланы. Ул эргәһенә килһә, башына һуға. Хәҙер ҡурсағынан бер ҙә айырылмаҫ инде. Беҙ уларға, татыу булығыҙ, һеҙ бит игеҙәктәр, тип өйрәтеп торабыҙ.
Алтынай Рафиҡова, Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназияһының 7-се синыф уҡыусыһы.
Игеҙәк һеңлеләрем бар
Минең Ясмина һәм Силена исемле игеҙәк туғандарым бар. Улар аталары Альберт, әсәләре Зөлфиә менән Ғафури районының Красноусол ауылында йәшәйҙәр.
Быйыл игеҙәктәргә ике йәш тулды. Улар бер-береһенә оҡшап тора, бик матур ҡыҙҙар. Бергә уйнарға яраталар, тик уйынсыҡтарын бүлешеп, бер-береһенең сәсенән тартышып та алалар. Силена Ясминаға ҡарағанда сосораҡ һәм шаяныраҡ, бер тик тормай, ә Ясмина – тынысыраҡ һәм яйыраҡ. Улар ҡыҙ булһалар ҙа ҡурсаҡ менән уйнарға яратмай, туп, шарҙар ярата.
Мин туғандарымдың тиҙерәк ҙурайып, бер төрлө генә кейенеп, етәкләшеп мәктәпкә йөрөүҙәрен күргем килә.
Нәркәс Хажиәхмәтова, Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназияһының 7-се синыф уҡыусыһы.
Ҡурсаҡ шикелле һылыу ҡыҙҙар бар беҙҙең баҡсала
Был һылыуҡайҙарҙың исеме – Айгүзәл менән Йәнгүзәл Иҫәндәүләтова булыр. Улар Сибай ҡалаһының "Ҡурай" балалар баҡсаһына йөрөй.
Яҙғы ҡояштай яҡты йөҙлө, ҡурсаҡ шикелле игеҙәктәребеҙ шул тиклем тырыш, әүҙем: йырларға, бейергә яраталар.Уларҙы беҙ, төркөм тәрбиәселәре, беҙҙең һандуғастарыбыҙ тип йөрөтәбеҙ. Тағы ла улар һүрәт төшөрөргә ярата.
Игеҙәк булғанғамы, әллә бер туған булғанғамы, гел бергә уйнайҙар.
Зимфира Рәсүлева,
Сибай ҡалаһының “Ҡурай” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.
Читайте нас: