+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Билдәле игеҙәктәр

Питер һәм Дэвид Пол АҠШтың Коннектикут штатына ҡараған Хартфорд ҡалаһында 1957 йылдың 10 ғинуарында донъя киләләр. Үҫмер саҡта улар Америка футболы, көрәш менән мауыға, тәндәрен сыныҡтырыу өсөн ауыр атлетикаға күп ваҡыттарын бүлә.

Билдәле игеҙәктәр
Билдәле игеҙәктәр

Питер һәм Дэвид Пол АҠШтың Коннектикут штатына ҡараған Хартфорд ҡалаһында 1957 йылдың 10 ғинуарында донъя киләләр. Үҫмер саҡта улар Америка футболы, көрәш менән мауыға, тәндәрен сыныҡтырыу өсөн ауыр атлетикаға күп ваҡыттарын бүлә. 15 йәшендә Пол 126 килограмлыҡ штанга күтәрә ала, хатта. Шулай итеп, егеттәр 20 йәштән бодибилдинг менән профессиональ кимәлдә шөғөлләнә башлай. Тыуған ҡалаһынан Калифорнияға күсеп киткәс, культуристар араһында билдәле  һаналған  “Gold’s Gym’е” тренажер залында  күнекмәләргә йөрөйҙәр. Игеҙәк егеттәр шул тиклем көслө була, уларға иғтибар итмәгән кеше ҡалмай. Режиссерҙар уларҙы кинола төшөп ҡарарға саҡыралар.

Питер һәм Дэвид Пол бөтәһе 12 кинофильмда ҡатнаша, ә Рәсәйҙә улар 1994 йылда төшөрөлгән “Няньки” фильмы сыҡҡас, билдәле булып китәләр. Комедияны ҡараған малайҙар уларға оҡшарға тырышып, спорт менән шөғөлләнә башлайҙар.

Хәҙер игеҙәктәр алтмыш икенсе йәшен ҡыуалай, профессионал спорт менән шөғөлләнмәйҙәр. Питер Пол актерлыҡ эшен дауам итеп, 2005 йылдан алып телешоу алып барһа, Дэвид фотограф булып эшләй, музыка яҙа.

Билдәле игеҙәктәр
Билдәле игеҙәктәр
Билдәле игеҙәктәр
Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: