Минең һөйкөмлө генә игеҙәк һеңлеләрем бар. Икеһе лә иркә генә, ирмәк кенә. Физәлиә исемлеһе тик тормаҫ, бик сос ҡыҙыҡай. Йоҡонан алдараҡ уянһа, игеҙәген дә нисектер уятып ала. Ә Фидәлиә иһә, тыныс, түҙемле генә, үҙаллы.
Ҡайһы саҡта бәпестәр бер юлы яу һала башлайҙар! Түҙеп кенә тор! Әлфинә апайым менән Фазыл еҙнәйем бәләкәстәрҙе һау-сәләмәт үҫтереүгә бар көсөн һала. Иғтибарҙы икеһенә лә тигеҙ бүлә.
Бәләкәс кенә тубырсыҡтарыма арнап яҙған минең шиғырым да бар:
Һеңлеләрем - Игеҙәктәр,
Фидәлиә һәм Физәлиә
Өйҙөң йәме, Һеҙҙә генә
Күҙ теймәһен үҙегеҙгә.
"СөбхәнАллаһ", "МәшАллаһ" тип ҡарағыҙ инде. Күҙ тейеп ҡуймаһын үҙҙәренә!
Фотоны «Күҙ менән ҡаш араһы» конкурсына ла ебәрәм.
Азамат Ҡарағолов,
"Аманат" журналының йәш хәбәрсеһе,
Бөрйән районының Байназар мәктәбе уҡыусыһы.