+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Баязит, Байназар, Бәхтейәр...

Беҙҙең ғаиләлә өс малай үҫә: Бәхтейәр, Баязит һәм Байназар. Өс малай, өс таған, өс бер туған. Өсөһөндә – өс төрлө холоҡ. Ҡайһы саҡ, ысынлап та, исемдәре есеменә йоғонто яһайҙыр, тигән һығымтаға киләһең.

Беҙҙең ғаиләлә өс малай үҫә: Бәхтейәр, Баязит һәм Байназар. Өс малай, өс таған, өс бер туған. Өсөһөндә – өс төрлө холоҡ. Ҡайһы саҡ, ысынлап та, исемдәре есеменә йоғонто яһайҙыр, тигән һығымтаға киләһең. Мәҫәлән, өлкән улыбыҙға исем һайлағанда баш баланың исемендә мотлаҡ “р” өнө булһын, ә “тимер” һүҙе булмаһын, тигәйне беҙгә өлкәндәрҙән кемдер берәү. Оҙаҡ һайлап, ғаиләбеҙҙе ҡотло иткән бәләкәй генә кешекәй үҙе лә даланлы булһын тип, Бәхтейәр исемен ҡуштыҡ.
Өлкәнебеҙгә 7 йәш, ул быйыл мәктәпкә барҙы. Хис-тойғоло исем булғанғамы, ул нескәрәк күңелле. Һүрәт төшөрөргә ярата. Алты йәшлек сағында бер һүрәтендә рәссамдар "перспектива" тип атаған элементты күреп аптыраным. Бер аҙҙан чертеждар һыҙыу менән мауыҡты. Шул уҡ ваҡытта математикаға һәм логик мәсьәләләр сисеүгә әүәҫ. Тағы ла әкиәт тыңларға ярата, бигерәк тә Урал батыр тураһында. Эпосты мин уға өлөштәргә бүлгеләп һөйләйем: бына Урал Йәншишмәне ҡотҡарҙы, бына ул үгеҙҙе еңде, Һомайҙы ҡотҡарҙы, Аҡбуҙатлы булды… Йәғни үҙенә күрә “мең дә бер кисә”. Шул уҡ ваҡытта Бәхтейәрҙең холҡонда малайҙарса ҡатылыҡ та, шуҡлыҡ-шаянлыҡ та, ҡыҙыулыҡ та бар. Һуғышып та ала, сөнки яратыуын, һағыныуын, һоҡланыуын үҙенә йомоп йәшерә белһә лә, асыуын йүгәнләп өйрәнмәгән әле.
Уртансыбыҙ Баязитҡа биш йәш, ул балалар баҡсаһына йөрөй. Ғәрәп теленән тәржемә иткәндә исеме “алдан барыусы” тигәнде аңлата. Мосолман донъяһы тарихында Баязит исемле бөйөк сардарҙар күп булған икән. Был хәрби исем уртансыбыҙға тап килеп кенә тора кеүек. Баязит – оҫта стратег. Уның теле "Әсәй, мин һине яратам!" тигән һүҙҙәр менән асылды. Был һүҙҙәрҙе ул әле лә үҙенә кәрәккән саҡта оҫта ғына ҡуллана һәм һәр саҡ маҡсатына өлгәшә. Әкиәт тыңламай, һүрәт төшөрмәй. Ағаһы артынан эйәреп уйнауға ҡарағанда үҙенең дуҫтары төркөмөн булдырыуҙы хуп күрә. Бер-ике иптәше янында булһа, әйҙәп-өйөрөп алып йөрөтә: “Хәҙер йәшенмәк уйнайбыҙ, әйҙә, баҫтры-шабыҙ, киттек, велосипедта йөрөйбөҙ…” Бер тиҫтере туҡтап, һорап ҡуйҙы быйыл йәй: "Баязит һиңә нисә йәш? Минән бер йәшкә бәләкәйһең икән, ә үҙең команда биреп тик тораһың!" Баязит бер мәлгә генә юғалып ҡалды, шунан йәһәт кенә ҡотолоу юлын тапты: "Киттек, ҡартатайҙың ҡуяндарын ҡарап киләбеҙ!" Бындай бойороҡто тыңлауҙан кем баш тартһын инде?
Бына ошо ут һәм һыу, боҙ һәм ялҡын кеүек ике малай янына терәк булып, күптән түгел тағы бер улыбыҙ тыуҙы. Уға әле ике йәш тә тулмаған. Байназар исеменә “яҡшы ниәт” мәғәнәһен биргәндәр. Өсөнсө улыбыҙ тормошобоҙҙо үҙгәртте. Ғаиләбеҙ күп балалы тигән социаль статус алды, шул уҡ ваҡытта беҙ һан яғынан ғына артманыҡ, күңелебеҙ ҙә байыны. “Тағы бер балаға иғти-барыбыҙ, һөйөүебеҙ етерме?” тигән ҡурҡыу юҡҡа сыҡты. Һөйөү кәмемәй, арта ғына, уны үлсәп тә булмай, бер йә ике балаға ғына, тип бүлгеләү ҙә мөмкин түгел икәнен аңланыҡ. Тағы бер бәпес барлығы ике ағайҙың холҡона ҙур үҙгәреш индерҙе. Хәҙер береһе – икеләтә ағай, ә икенсеһе, бәпес булыуҙан туҡтап, иңенә яуаплылыҡ алып өйрәнә. Байназар үҙе лә, исеменә есеме тап килеп, ныҡ бай. Уны ата-әсәһе, ҡартай-олатаһы, ҡәрсәй-өләсәһе генә түгел, ике ағаһы ла йән атып яратып тора. Шул тиклем иғтибар һәм һөйөүгә күмелеп үҫеп килгән бала нисек бай булмаһын?!.
Кешенең исеме бөтөн булмышына, хатта яҙмышына йоғонто яһауына борон-дан ышанғандар. Шуға ла беҙ малайҙарҙың исемендә ҡылыс сыңы ла ишетел-һен, ҡурай моңо ла яңғыраһын, тигән фекерҙәбеҙ. Йәш аралары ҙур бул-мағас, улар бергә уйнай, бергә шаяра, хатта бергә эш боҙа. Берсә саҡырып, берсә яратып, берсә киҫәтеп, “Бәхтейәр! Баязит! Байназар!” тип уларға тәүлегенә әллә нисә тапҡыр өндәшәбеҙ. Тимәк, көнө буйы беҙҙең өйҙә өс малайға бер юлы “Бәхетле бул!”, “Әйҙәүсе бул!”, “Яҡшы ниәтле бул!” тигән матур теләктәр яңғырап тора.


Читайте нас: