-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Исемем яман! Алмаштырам!

“Алп!..” тип ниҙер әйтмәк булған да бабай шунда уҡ йән биргән. Егет атаһын ҡәҙерләп кенә ерләгән дә, уның балтаһын алып, ташҡа ҡайрап үткерләп, урманға инеп киткән. Унда бер йыуан, оҙон имәнде ҡырҡып, үҙенә йәйә яһап алған. Өс айыуҙың тарамышынан кереш яһап тарттырған. Имән ҡырҡып, уҡ яһаған, ул уҡтың башағына осло таш ҡуйған. Шулай итеп, егет үҙенә ҡорал яһап алған да донъя гиҙергә сығып киткән.Уралтауҙың аръяғына сығып, ете аҙым атлаған да туҡтаған. Шунда уға бер ҡыҙ осраған. Ҡыҙ уға: “Исемең нисек, егет?” – тигән. Егет аптырап ҡалған. Кешелә исем тигән нәмә булыуын ул белмәй икән. “Нимә һуң ул исем?” – тип һораған егет. Ҡыҙ йылмайып яуап биргән: “Бына һиңә кем тип өндәшәләр һуң?” Егет әйткән: “Атайым үлер алдынан ғына миңә “Алп” тип өндәшкәйне”… Ҡыҙ шунан: “Улай булғас, һин Алп батыр булаһың инде”, – тигән. Исем ҡушыуҙың кәрәклеге, бик боронғо замандарҙан килеп сығыуы “Алп батыр” тигән башҡорт халыҡ әкиәтендә бына шулай сағыла.

Аллаһ Илсеһе, Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт салаллаһу ғәләйһи үә сәлләм: “Балаларығыҙға күркәм, мәғәнәле исем ҡушығыҙ, сөнки исем кешенең яҙмышына йоғонто яһай”, – тигән. Ысынлап та, исем – кешенең йөҙө кеүек, ул уны ғүмер буйы оҙатып йөрөй. Ҡыҙ бала исемендә – йондоҙ балҡышы, йәки сәскә нәфислеге, ир-ат исемдәрендә батырлыҡ, ғәйрәт, аҡыл сағылырға тейеш икәнлеген аңлап, ата-әсәләрҙең күбеһе балаға исем ҡушыуға бик етди ҡарай. Халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәренә, йолаларына, мәҙәниәтенә, эстетик зауҡына тап килерҙәй тәрән мәғәнәле, рухлы, матур яңғырашлы мосолман исемдәре һәр дәүерҙә лә хуплана.
Мосолмандар Мөхәммәт бәйғәмбәрҙән: “Ниндәй исемдәр иң яҡшыһы?” – тип һораған.
– Хоҙай Абдулла, Абдрахман кеүек исемдәрҙе ярата, – тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. – Кешеләр саф һәм матур исем менән аталырға тейеш.
ХХ быуат башында, революциянан һуң, Трактор, Юнпион (юный пионер һүҙенән ҡыҫҡартып яһалған), Ярек (ядерный реактор), Уюкос (Ура, Юра в космосе), Даздраперма (Да здравствует первое мая), Кукуцаполь (Кукуруза – царица полей), Вил (Владимир Ильич Ленин), Ким (Коммунистический Интернационал Молодежи), Лундеж (Ленин умер, но дело его живет) һәм башҡа шулар кеүек Хоҙай ҡушмаған исемдәр тарала. Саҡ ҡына һуңғараҡ иһә, үҙгәртеп ҡороуҙар башланғас, урыҫ һәм инглиз телдәре аша яңы терминдар индерелеп, Электрификация, Конституция, Приватизация исемдәре ҡушыу модаға инеп китә. Ә иң аптыратҡан бер хәл Мәскәүҙә була: бер ғаилә, улдары тыуғас, БОЧрВФ260602 (“Биологический Объект Человек рода Ворониных-Фроловых, родившийся 26.06.2002 года”) тип исем ҡуша. Бала ата-әсәһенең “бай” фантазияһы арҡаһында ыҙа сигә һәм 14 йәше тулғас ҡына исемен “Игорь” тип үҙгәртеп ала.
“Насар яҙмыш менән тыуыу ҡурҡыныс түгел, насар исем алыу яман”, – тигән хатта Ҡытайҙың да аҡыл эйәләре. Бындай сәйер исемдәр ҡушыуҙан балаларҙы аралау маҡсатында Хөкүмәт сикләүҙәр индерергә мәжбүр булды. Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы тарафынан рәсми документтарҙа балаларға сәйер ҡушамат теркәүҙе тыйыу маҡсатынан закон ҡабул ителде. Ғәмәлдәге Закон, сабыйҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлап, тыныш билдәләре (дефистан башҡа) ҡуйылған, кәмһетеүсе исемдәрҙе рәсми документҡа теркәүҙе тыя.
Шулай ҙа, бала үҙаллы исемен үҙгәртергә теләй икән, уға ун дүрт йәш тулған булыуы шарт. Ата-әсә (опекун, попечитель) ризалығы кәрәкмәй. Бының өсөн үҫмер үҙе йәшәгән ерҙә урынлашҡан ЗАГС бүлексәһенә килеп, паспортын, тыуыу тураһында таныҡлығын күрһәтеп ғариза яҙырға, дәүләт пошлинаһы түләргә тейеш. Ғаризаны интернет селтәре аша “Дәүләт хеҙмәттәре” (gosuslugi.ru) порталында онлайн режимда бирергә була.
Тыуыу тураһында таныҡлыҡты алыу менән генә эш бөтмәй. Йәмғиәттә тулы мәғәнәле йәшәү өсөн башҡа рәсми ҡағыҙҙарҙа ла исемде үҙгәртергә тура киләсәк: мәҫәлән, мотлаҡ медицина страховкаһы полисы, сит ил паспорты һ.б.
Исемдәребеҙ күркәм мәғәнәле булһын!


Читайте нас: