Беҙҙең “Аманат” журналында 2001-2006 йылдарҙа верстка инженеры булып Тайфур Сәғитов тигән Бөрйән егете эшләгәйне. Тырыш, егәрле хеҙмәттәшебеҙ, верстканы ғына түгел, компьютерҙа башҡарыла торған башҡа эштәрҙе лә үҙ аллы өйрәнеп, тәжрибәле белгескә әйләнде. Гүзәл исемле һылыуға өйләнеп, матур итеп ғаилә ҡорҙо, улы Батырхан тыуҙы. Хәҙер күптән инде бүтән өлкәлә эшләһә лә, беҙҙең менән бәйләнешен юғалтманы, һәр саҡ хәбәрләшеп тора. Ҡырмыҫҡалы районының Ҡабаҡ ауылында төпләнгән Сәғитовтар бөгөн күмәк балалы ғаилә һанала. Батырхандан тыш, Әмирхан, Гөлзифа һәм Вәлихан исемле сабыйҙарға ғүмер биргән улар. Береһенән-береһе шәп “хан”дарҙы һәм ошо ханлыҡта наҙланып ҡына үҫеп килгән нәфис гөлдө ошо рубрикабыҙҙа нисек сығармайһың?!
– Исемде бөтә балаларға ла үҙем атаным. Батырхан батыр тигәнде аңлата. Яңғырашы яғынан да, мәғәнәһе лә оҡшаны миңә. Ул быйыл ауыл мәктәбенең 8-се синыфын тамамланы. Тыныс, баҫалҡы холоҡло. Спорт менән мауыға. Ике йыл рәттән көрәш менән шөғөлләнә. Саңғы, йүгереү буйынса мәктәп намыҫын яҡлап, район кимәлендә үткән ярыштарҙа ҡатнаша. Маҡтау грамоталары бик күп. Һуңғы йылдарҙа баскетбол уйнай башланы. Мәктәптең йыйылма командаһында сығыш яһап, ярыштарҙа һәр саҡ призлы урын яулайҙар, – тип башланы һүҙен әсәләре Гүзәл Рөстәм ҡыҙы.
“Икенсеһе лә малай булғас, ағаһына ауаздаш булһын тип, Әмирхан тип ҡуштыҡ. Мәғәнәһе әмер биреүсе тигәнде аңлата. Үҫкәс, алла бойорһа, ҙур кеше булыр тип юраныҡ. Әмирхан ныҡ яуаплы, тырыш, сәмсел һәм шул уҡ ваҡытта хисле малай. Яҡшы уҡый, икенсе синыфты бер “дүртле” менән генә тамамланы. Ағаһы кеүек, ул да спортҡа мөкиббән. Әмирханға һәр йомошто тапшырырға була. Шуға күрә иң бәләкәсемде ҡарауҙы күберәген уға ышанып тапшырам.
Өсөнсөбөҙ, беҙҙе ҡыуандырып, ҡыҙ бала булып тыуҙы. Матур, зифа буйлы булһын өсөн, Гөлзифа тип исем ҡуштыҡ. Әле 6 йәштә. Балалар баҡсаһына йөрөй. Йырларға, бейергә ярата. Малайҙарҙан һуң матур күлдәктәр, сағыу әйберҙәр алыу үҙе бер кинәнес! Сәстәрен төрлөсә үреп йөрөтөргә тырышам”.
– Өс “хан” араһында Гөлзифа батшабикә кеүектер инде? – тип ҡыҙыҡһынам Гүзәлдән.
– Бәләкәйерәк сағында ысынлап та батшабикә кеүек ине. Хәҙер үҫә килә аҡыл инә, ҡыҙҙар холҡо нығыраҡ еңә.
“Дүртенсебеҙ Вәлиханға бер йәш тә ике ай. Ике ағаһы ла хан булғас, икенсе яңғырашлы исем нисектер килешмәгән һымаҡ булды. Шуға ятыраҡ, бик тапалмаған “хан” эҙләнек. Атаһы “Мосолман исемдәре” китабынан тапты был исемде. Вәлихан дуҫ, таяныс тигәнде аңлата. Исем биргәндә, ағайҙары, апайы менән һәр саҡ дуҫ булһын, тип юраныҡ.
Исем ҡушҡанда, беҙгә барыбер Батыр, Әмир була инде ул тип әйтеүселәр ҙә табылды. Өйҙә үҙебеҙ тулы итеп әйткәс, малайҙар үҙҙәре лә исемдәрен ҡыҫҡартмайынса һәр ваҡыт тулыһынса әйтеп таныша. Ошоғаса берәүҙең дә Батыр, Әмир, Вәли тип өндәшкәне булманы. Баҡтиһәң, исемеңде яратһаң, тирә-йүндәгеләр ҙә ҡабул итә, хөрмәт менән ҡарай икән”.
Ҡабаҡта йәшәһәләр ҙә, Сәғитовтар дүрт йыл элек үҙҙәренең тыуған яғы – Бөрйән районының Яңы Монасип ауылынан йорт һатып алған. Уны төҙөкләндереп, һәр йәйҙе шунда үткәрәләр, ҡышҡылыҡҡа етерлек баҡса үҫтерәләр. Балалар туғандары менән аралашып, олатай-өләсәйҙәренә яҡын булып, рәхәтләнеп Иҙелдә һыу инеп, сынығып үҫһендәр, тигән маҡсаттан сығып эш иткәндәр.
Сәғитовтар кеүек ғаиләләр йәшәйешебеҙҙә күберәк булһын ине. Донъя күрке, тормош йәме бит улар.