+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Мәҙинә исемле ҡыҙҙар бармы?

Мәҙинә – мосолман илдәрендә киң таралған бик абруйлы исем һанала... (дауамы сайтта)

Исеме есеменә тап килгән ҡыҙ
Был абруйлы исемгә лайыҡ һылыуҙар күпме икән Башҡортостаныбыҙҙа? «Аманат» журналы ошондай һорау менән, Өфө ҡаланың бишенсе лицейына килде. Оҙон тәнәфестәре, күңелле тауыштары менән ҡаршы алды ул беҙҙе.
– Мәҙинә исемле ҡыҙҙар бармы һеҙҙә? – тигән һорауға балалар, түңәрәк уртаһында күңелле итеп әңгәмә ҡорған теремек ҡыҙҙы алға әйҙәне – Мәҙинә Булатова! Аралашыусан, ҡыҙыҡһыныусан булып сыҡты Мәҙинә. Хәбәрҙәр берегеп, уртаҡ темаларға күсеп киттек.
– Барлыҡ хайуандарҙы ла яратам. Өйҙә минең дуҫтарым: гигант Ахатин ҡусҡарҙарым йәшәй – улар әле кескәй, ҙурайғас, ҡабырсаҡтарының диаметры егерме биш, ә кәүҙәләре утыҙ сантимерға етәсәк; ҡоро ерҙә йөрөүсе һигеҙәр йәшлек урта азиянан килгән ике гөбөргәйелем дә бар. Гөлдәр үҫтерергә әүәҫләнеп киттем. Инглиз телен тәрәндән өйрәнәм, сөнки, ата-әсәйем менән Рәсәй ҡалаларына, сит илдәргә сәйәхәткә йыш сығабыҙ: Америка, Франция, Ғәрәп Әмираттар, Төркиә, Ҡытай, Грецияны бер-нисә тапҡыр урап сыҡтым, инде ҙур теләгем: ҡасан да булһа Мәккә, Мәҙинә ҡалаларын барып күреү.
Мәскәү ҡалаһында Бөйөк Еңеүҙең етмеш ике йыллығына арналған парадта ҡатнашыу бәхете тейгән Мәҙинәгә. Еңеү өсөн көрәшкән герой олатаһы һәм барлыҡ батырҙар иҫтәлегенә бағышлап шиғыр уҡыуын телевидениенан да күрһәткәндәр.
– Олатайым Булатов Тәхәүетдин һуғыштың башынан аҙағына тиклем яу яланында батырҙарса һуғыша. «Ҡыҙыл йондоҙ» ордены һәм бик күп миҙалдарға лайыҡ була. Уның, орден-миҙалдар тулы гимнастеркаһы өй түрендә, әле лә ҡәҙерләп һаҡлана. Тыуған иленә әйләнеп ҡайтҡас, ун бер бала тәрбиәләп үҫтереп, уларға юғары белем бирә. Ҡулынан килмәгән эше булмай: йәйен колхоз яланында, ҡышын быйма баҫа, сана эшләй. Ғүмер буйы тыуған колхозында председатель булып лайыҡлы хеҙмәт итә. – ти, ҡыҙыҡай, олатаһына оло хөрмәт һәм ғорурлыҡ тойғоһо кисереп. Олатайымдың әсәһе лә Мәҙинә исемле булған, ағинәй тип йөрөткәндәр уны. Ул замандарҙа табиптар күп булмаған. Ҡартөләсәйемдең махсус белеме булмаһа ла, кешеләрҙе дауалау һәләте булған: хатта һуҡырҙарҙың күҙ нурын кире кайтарған. Иҫ киткес мөғжизә, тип уйлайым. Минең атайым да күҙ табибы, үҙ эшен һөйөп башҡарған фән белгесе. Әсәйем юғары белемле юрист, һөнәре буйынса нотариус. Атайым менән әсәйем кеүек мин дә, эшемде яратып башҡарырҙай һөнәр һайлаясаҡмын киләсәктә.
Ҡыҙҙарға ғына хас иплелеге, иркен тотоуының сере нимәлә, тигән һорауға, ул:
– Республика йыр-моң-күңел асыу «M television» телевизион каналында төрлө проекттарҙа ҡатнашам. Бының өсөн һәр яҡлап: графика, көрәш, бейеү, этика, эстетика, аш-һыу оҫталығы һ.б. кеүек йүнәлештәрҙә үҙеңде камиллаштырырға тура килә. Бик оялсан, ҡыйыуһыҙ инем. Экранда үҙеңде нисек тоторға өйрәнеп, ошо кәмселектәремде бөтөрөп алдым. Шулай уҡ сәхнәлә сығыш яһауҙар үҙеңә ышаныс арттыра. Китаптар уҡырға яратам, иң яратҡандары Гарри Поттер һәм Кир Булычевтың әҫәрҙәре. Ҡышын тау саңғыһында шыуам, йәйен йүгерәм, гидроскутерҙа, велосипедта йөрөйөм. Сәйәхәт итергә яратам. Дәрестәр бөткәс, флейта, теннис түңәрәктәренә йөрөйөм.
Ысынлап та, исеме есеменә тап килгән, асыҡ күңелле, нескә, өлгөр, теремек ҡыҙ булып сыҡты Мәҙинә Булатова. Бөтә фәндән дә гел «бишле» билдәләренә генә өлгәшкән өлгө алырлыҡ был һылыуҡайға киләсәк тормошоңда уңыштар юлдаш булыуын һәм барлыҡ теләктәренең тормошҡа ашыуын теләйбеҙ!
Зөбәржәт ЯҠУПОВА,
Читайте нас: