Исем һайлау – ата-әсәнең мөҡәддәс бурысы. Ғүмер биргәс, ошо бирелгән ғүмер буйына йөрөтөрлөк итеп исем ҡушыу оло вазифа.
Ғаиләбеҙҙә бала көткән саҡта уҡ исем һайлай башланыҡ. Берҙән, йәш ғаилә өсөн исем һайлауы мауыҡтырғыс бер шөғөл кеүек тойолһа, икенсенән, һайлаған исем ата-әсәйебеҙ һәм туғандарыбыҙҙың теләк-фекренә тап килерме? Ошо һорауҙар беҙҙе, яңы барлыҡҡа килгән ғаилә ағзаларын, ныҡ борсоно.
Көтөлгән ваҡытҡа беҙҙең тәүге мөхәббәт емешебеҙ – Зөһрә ҡыҙыбыҙ донъяға килде. Исем, беҙҙең, йәш ата-әсә тарафынан, һайланған ине инде, тик ололар, өләсәйебеҙ, ата-әсәйҙәребеҙ һәм туғандарыбыҙ яғынан хуплау, раҫлау алырға ғына ҡалғайны...
Ике яҡтан да ата-әсәйҙәргә яңы тыуған сабыйыбыҙға “Зөһрә” тигән исем һайлауыбыҙҙы еткерҙек. Бик ҡыуанып, шатланып ҡабул иттеләр. “Заманса, модалы” исем һайлап ҡуймаһалар ярар ине, тип бик тә борсолғайныҡ”, тине өләсәйем. Йолаға ярашлы, бала тыуып ҡырҡ көн тулғанға тиклем, ауылыбыҙ муллаһы Дәүләткилде олатайҙы саҡырып исем ҡуштырҙыҡ. Тәүге бүләктәр, ҡотлау һүҙҙәре ошо көндө Зөһрә ҡыҙыбыҙға бағышланды.
“Зөһрә – ай ҡыҙы, күктәге йондоҙ, тимәк һәр ваҡыт нур сәсеп, донъя яҡтыртып торор”, тип изгегә юрап та ҡуйҙы Ғәлимә өләсәйем. Юрағаны юш килде өләсәйебеҙҙең – уҡыуҙа ла, эштә лә, аралашыуҙа ла һынатманы баш балабыҙ. Юғары уҡыу йортон, атап әйткәндә Башҡорт дәүләт университетының роман-герман филологияһы факультетын уңышлы тамамлап, инглиз теле уҡытыусыһы булып эшләп йөрөй.
Шәүрә – шөһрәтле, данлыҡлы, күренекле, билдәле мәғәнәһен үҙ эсенә алған исем. Ғаиләбеҙҙе күп балалы итергә теләгебеҙ ҙур ине, әммә Шәүрә ҡыҙыбыҙ оҙаҡ көттөрөп кенә, йәш бала еҫе һағындырып ҡына килде. Исемде оҙаҡ һайларға, китаптарҙан эҙләргә, туғандарҙан кәңәш һорарға ла тура килде. “Ауыр була, металл бит”, – тип алтын һүҙе ҡушылған исемде әсәйем кире ҡаҡты... Шулай оҙаҡ тарихлы исем һайлауға әйләнер ине, ғаиләбеҙҙәге баш бала Зөһрәнең исеме бөтәһен дә хәл итте: апаһының исеме кеүек мәғәнәле, тарихлы исем булһын, тип хәл иттек. Хатта, Шәүрә исемле ҡыҙҙары булған ғаилә дуҫтарыбыҙҙан рөхсәт алдыҡ, бер иш исем йөрөтәсәктәр бит балаларыбыҙ!
Уртансы ҡыҙыбыҙ тырышып уҡыны, биш йәшенән бейеү түңәрәктәренә йөрөнө. Өфө ҡалаһының Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһына беренсе синыфҡа уҡырға барған йылдан уҡ Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле эргәһендәге балалар бейеү студияһына йөрөй башланы. Һигеҙ йыл ошо студия составында бейегән осорҙа ҡайҙа ғына булманы улар: Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡаҙаҡстан, Әстерхан өлкәһе... Һанап бөтөрөрлөк түгел! Ҡыҙыбыҙҙа бейеү сәнғәтенә һөйөү тәрбиәләгәне өсөн балалар студияһы етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Альбина Радик ҡыҙына оло рәхмәтлебеҙ. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында уҡыған саҡта уҡыу йортоноң “Аҡйондоҙ” бейеү ансамблендә бейеүен дауам итте Шәүрәбеҙ, әле Башҡорт дәүләт университетының “Ирәндек” халыҡ бейеүҙәре ансамбленә ҙур теләк менән йөрөй. Исеме есеменә тура килеп, артабан да тормошта билдәлелек яуларға ынтылыр, тигән өмөттәбеҙ.
Фатима – Мөхәммәт бәйғәмбәребеҙҙең ҡыҙы. Был исем мосолман донъяһында киң таралған.
Өсөнсө ҡыҙыбыҙ Фатима беҙҙең өсөн яҙмыш бүләге булды! Апалары үҫеп буйға еткәс кенә тыуған бала беҙгә бик танһыҡ һәм ныҡ ҡәҙерле. Бәлки, шуның өсөн дә мәғәнәле һәм оло исемде бик тиҙ һайланыҡ. Тормош иптәшем Илдарҙың әсәһе Фатима Харис ҡыҙы ине, минең өләсәйемдең әсәһе Фатима исемле булған икән! Беҙҙең ҡыҙыбыҙ ҙа йырҙарҙа йырланған уларҙың мәшһүр исемен йөрөтһөн әле, тигән ҡарарҙы ғаилә советында йәһәт ҡабул иттек.
Хәҙер төпсөк ҡыҙыбыҙ Өфө ҡалаһының Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында беренсе синыфта уҡый. Шаян, шуҡ, тиктормаҫ, алсаҡ Фатимабыҙ белем тауҙарына юл яра.
Атайыбыҙ ҡабатларға яратҡанса, беҙҙең ғаилә биҙәге, йәме, өмөтө булған “тормошобоҙ гөлдәре”– өс ҡыҙыбыҙ артабан тормошта үҙ урынын табыр, беҙ бағлаған өмөттәрҙе аҡлар, тип ышанабыҙ!
Роза АҠЪЮЛОВА,
Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү
институтының өлкән методисы, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы.