Исемең матур рубрикаһына
Матур исемле ҡыҙ - Әминә!
2012 йылдың ураҙа айында донъяға килгән сабыйға, өләсәһенең тәҡдиме менән, атай-әсәй, сабыйҙарына Әминә исемен һайлай. Тыныс тәбиғәтле, ышаныслы, тоғро тигәнде аңлата икән был матур исемдең мәғәнәһе. Әллә исеменең уңышлы тап килеүеме, геройыбыҙҙың дуҫтары ифрат күп. Математика, башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рәсем, технология дәрестәренән яратып шөғөлләнә.
Хәйбулла районы Әбүбәкер мәктәбенең 3-сө синыфында уҡыған Әминә Билалова, бәләкәйҙән ҡыҙыҡһыныусан. Уҡыуы ла еңел бирелә. Тик “5”-ле билдәләренә генә өлгәшә.
Әминәнең иң яратҡан шөғөлдәренең береһе – бейеү. Бик кескәй сағынан уҡ өйҙәренә кем генә килһә лә, “бейеп күрһәтәйем әле,” – тип, башҡорт милли кейемен кейеп алып, бейей башлай. Уның өсөн “халыҡ” алдында сығыш яһау – үҙе ҙур байрам! Шуға ла батыр ҡыҙ өс кенә йәшенән сәхнәлә яңғыҙы бейей. Район, республика кимәлендәге бик күп бейеү конкурстарында ҡатнашта. Ниһайәт, 2018 йылда “Байыҡ” республика бейеү конкурсында тотош ғаилә ағзалары менән ҡатнашып, данланып ҡайтырға насип була.
Кеше менән тиҙ аралашырға яратҡанғалыр, Әминәнең теле лә бик иртә асыла. Сәңгелдәктә ятҡанда уҡ үҙенсә күңелле генә “гөрөлдәп”, өлкәндәрҙең иғтибарын тик үҙенә генә йәлеп итә. Наҙлыҡай ҡыҙ йүргәктә ятҡанда уҡ бишек йырҙарын яратып тыңлай. Әсәһе, ҡартәсәһе, апаһы, халҡыбыҙҙың бишек йырҙарын сабыйға йырларға тип, сәңгелдәк янына сиратҡа баҫа. Юғиһә, ҡыҙсыҡтың, ризаһыҙлыҡ белдереп, илай башлағанын көт тә тор!.. Күңеленә бишек йыры һеңеп үҫкән бала Республика “Бишек” проектында ҡатнашырға тәҡдим алғас, шатланып риза була. Проекттың һәр этабын уңышлы үтеп, еңеү яулай.
Шиғыр, әкиәтте лә өс йәшендә тасуири һөйләй башлай. “Һаумы, һаумы, әкиәт!” республика бәйгеһендә, " Ғаилә – туған тел һаҡсыһы" асыҡ республика конкурс–фестивалендә ҡатнашып, йәнә еңеүсе була.
Шиғыр ятлағанда, Әминә, иң беренсе, уның йөкмәткеһенә иғтибар итә. Берәй сарала шиғыр уҡырға була ҡалһа, авторҙың барлыҡ әҫәрҙәрен уҡып сыға.
Бөтөн халыҡ алдында сәхнәлә сығыш яһап, ҡыйыу булып үҫә Әминә Билалова. Пандемия арҡаһында саралар онлайн үткәненә аптырап тормай ул. Үҙенең сығыштарын видеоға төшөрөп, монтажлап оҫтарып ала. Камера алдында ҡыйыу, ҡаушап тормай. Һуңғы арала милли ризыҡтар әҙерләп, интернет селтәрҙәренә күп видеороликтар һала. Берҙән ризыҡ әҙерләргә өйрәнә, икенсенән кешегә лә өйрәтә. Был шөғөл уға бик тә оҡшай. Тағы ла атаһы менән шашка уйнарға әүәҫ. Интернеттан һүрәт төшөрөү серҙәрен өйрәнә.
Ғаиләлә өсөнсө бала, кинйә булғанғалыр, ағаһы менән апаһына иркәләнеп кенә үҫә ҡыҙ. Яҡындарының кәңәштәрен тота. Улар ҙа Әминәне ҡеүәтләп, уңыштарына ҡарап ҡыуаналар.
Буласаҡ һөнәре ниндәй булыр, Әминә әлегә белмәй. Һәләтле, булдыҡлы, ҡыйыу, өлгөр ҡыҙ киләсәктә һис шикһеҙ күңеленә ятҡан һөнәрҙе һайлар тип, ышанабыҙ.
Зөбәржәт ЯҠУПОВА.