-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Зәйтүнгөл

Рубрикабыҙҙа был юлы һүҙебеҙ Ейәнсура районының Яңыбай ауылында йәшәүсе Гөлнира менән Илфат Байгилдиндарҙың төпсөк ҡыҙҙары Зәйтүнгөл тураһында. Атаһы менән әсәһе,  уны яратып, зәйтүн гөлө кеүек матур, саф күңелле, намыҫлы, тырыш, инсафлы бала булһын, тип, ҡартөләсәһе Зәйтүнәнең тыуған көнөндә тыуғанға, уға оҡшаш булһын тип, Зәйтүнгөл тигән исемде ҡушҡан.

Зәйтүнгөл
Зәйтүнгөл

Рубрикабыҙҙа был юлы һүҙебеҙ Ейәнсура районының Яңыбай ауылында йәшәүсе Гөлнира менән Илфат Байгилдиндарҙың төпсөк ҡыҙҙары Зәйтүнгөл тураһында. Атаһы менән әсәһе,  уны яратып, зәйтүн гөлө кеүек матур, саф күңелле, намыҫлы, тырыш, инсафлы бала булһын, тип, ҡартөләсәһе Зәйтүнәнең тыуған көнөндә тыуғанға, уға оҡшаш булһын тип, Зәйтүнгөл тигән исемде ҡушҡан.

“Әлбиттә, минең исемем бик һирәк осрай. Исемемде тәүгә ишетеүселәр яңылыш ишетмәнекме икән, тип, минән уны ҡабатлап һорайҙар. Ә оло инәйҙәр, исемде ишеткәс, шул хәтлем һөйөнәләр, хатта арҡамдан ҡағып ҡуя. Үҙемдең саф башҡорт исемем менән ғорурланам һәм бер кемгә лә исемемде боҙоп йә ҡыҫҡартып әйтергә ирек бирмәйем”, – ти Зәйтүнгөл үҙ исеме хаҡында.

Ысынлап та, хәҙерге заманда ла шундай боронғо башҡорт исемле һылыуҙарыбыҙҙың булыуы – ҡыуаныслы күренеш.

“Исеменә күрә – есеме”, – тигәндәй, Зәйтүнгөл үҙе лә – бик аҡыллы, рухлы, ижади күңелле, дәртле ҡыҙыҡай. Әле ул Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт гимназия-интернатының 8-се синыфында белем ала.  Бында уҡырға  килеү менән, тырыш һәм сәмсел ҡыҙыҡай гимназия тормошондағы төрлө сараларҙа ҙур ихласлыҡ менән ҡатнаша башлай. Өҫтәүенә, театр түңәрәгенә йөрөй, башҡорт теленән олимпиадаларҙа призлы урындар ҙа ала. Киләсәктә журналист, йә артист булырға хыяллана ул.

“Минең ғаиләм бик ҙур һәм татыу. Айнур, Ғәзинур, Айсыуаҡ исемле ағайҙарым бар. Мин уларҙы бик яратам.  Айнур ағайым БДПУ-ны тамамланы, еңгәйем бар, Ғәзинур ағайым Юридик институтта уҡып сыҡты,, эшләп йөрөй. Айсыуаҡ ағайым, БДУ-ның геология факультетын тамамлап, геолог булып эшләй.

Ял, каникул көндәрендә, күмәкләп тыуған йортобоҙҙа йыйылып, әсәйҙең тәмле-тәмле аштарын ашарға, китап уҡырға, саңғы менән конькиҙа йөрөргә яратабыҙ”, – ти Зәйтүнгөл ғаиләһе тураһында.

Киләсәктә һинең башҡорт халҡының мәшһүр, аҫыл шәхесе булыуыңды теләйбеҙ. Кескәй генә инештән башланғыс алған оло еңеүҙәрең тормошоңдо, исемеңә торошло булып, сәскә-гөлдәй матур итһен, Зәйтүнгөл!

Зәйтүнгөл
Зәйтүнгөл
Автор: Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: