-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Һомай

“Урал батыр” эпосында Һомай исемле һылыу ҡыҙ ҡоштар батшаһы Самрау менән күк гүзәле Ҡояштың ҡыҙы була. Халҡыбыҙҙа милли рухлы ата-әсәләр бөгөн дә ҡыҙҙарына Һомай тигән исемде һирәкләп булһа ла ҡушалар. Өфө ҡыҙы Һомай Бикбаева Өфө ҡалаһының Ф. Мостафина исемендәге 20-се Башҡорт гимназия­һының 8-се синыфында уҡый.

Һомай
Һомай

– Һомай, исемең матур, кем ҡушҡан?
– Исемемде миңә атайым ҡушҡан. Минең өсөн ул ябай һүҙ генә түгел, ә шәхесемдең һәм мираҫымдың мөһим өлөшө. Атайым – Бикбаев Арыҫлан, әсәйем Айгөл исемле. Улар икеһе лә һөнәре буйынса рәссам. Олатайым да рәссам.
– Башҡа Һомайҙарҙы осратҡаның бармы?
– Шәхсән үҙем башҡа Һомайҙарҙы осратҡаным юҡ, әммә өс кешенең тап ошо исемде йөрөтөүен беләм. Был исем һирәк осрай. Берәй ваҡыт, бәлки, аҙаштарым менән осрашырмын.
– Исемеңдең мәғәнәһе тураһында ни әйтерһең?
– Һомай исеме тәрән мәғәнәгә эйә. Төрки һәм иран мифологияһында ул – бәхет ҡошо, уңыш һәм изгелек символы. Башҡорт мәҙәниәтендә был исем аҡыл, кешелекте һаҡлау һәм яҡты яҙмыш менән бәйле.
– ”Урал батыр” эпосын уҡығанһыңдыр, моғайын. Үҙеңдә уға тәрән бәйлелек тояһыңмы? Эпостағы Һомай менән һинең арала ниндәйҙер оҡшашлыҡ бармы? Әллә һин тарихтар, тамырҙар менән әллә ни ҡыҙыҡһынмаған заман ҡыҙымы?
– Мин “Урал батыр” эпосын уҡыным, әлбиттә. Ундағы Һомай менән арабыҙҙа уртаҡ һыҙаттар бар, тип уйлайым. Һәр кем үҙенең тамырҙарын белергә, халҡының тарихын хөрмәт итергә һәм уның тәрән мәғәнәһен аңларға тейеш.
– Әле “Әй Йола” төркөмөнөң “Һомай” тигән йыры бөтә донъяны яулай. Һиңә йыр оҡшанымы?
– “Һомай” йыры миңә бик оҡшаны. Айырыуса бындай әҫәрҙәр аша донъя башҡорт халҡы һәм уның үҙенсәлекле мәҙәниәте тураһында күберәк белеүенә шатмын. Был – башҡорт халҡының ҙур еңеүе.
– Үҙең нимәләр менән шөғөлләнәһең? Нимәләр уҡыйһың? Ниндәй хыялдар менән йәшәйһең?
– Мин – ижад кешеһе, үҙемде төрлө өлкәләрҙә асырға яратам. Әлеге ваҡытта медиа менән шөғөлләнәм һәм волейбол уйнайым. Был шөғөлдәр миңә үҙемде күрһәтергә генә түгел, ә команда менән эшләргә, яңынан-яңы үрҙәргә ынтылырға һәм үҫергә мөмкинлек бирә.

Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас: