-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Тамъян, Сәлимә, Ғәйшә

Башҡорттарҙа борондан балаға исем ҡушыуға бик етди ҡарағандар. Кешенең исеме уның булмышына тура килеп торорға тейеш һәм хатта исем яҙмышҡа йоғонто яһай, тигән ышаныу бар. "Исемеңдә — есемең" тигән әйтем дә шунан килеп сыҡҡан.

Тамъян, Сәлимә, Ғәйшә
Тамъян, Сәлимә, Ғәйшә

Мин, һигеҙенсе тиҫтәне ҡыуып барған өләсәй, уртансы улым Замир Сафиндың балалары тураһында һөйләмәксемен. Әбйәлил районының Байым ауылы ҡыҙы, киленем Римма менән Амангилде ауылы егете, улым Замир уландары тыуғас, ниндәй исем һайларға тип һис аптыраманы, Замир: "Улыбыҙ Тамъян буласаҡ" — тине, килен дә, беҙ ҙә ҡушҡуллап риза булдыҡ. Сөнки тәүге ейәнебеҙгә ырыуыбыҙ исемен биреү оло мәғәнәгә эйә ине.
Ғаиләләрендә икенсе бала — ҡыҙ тыуғас Римма киленем: "Ҡыҙыбыҙ Сәлимә буласаҡ", — тине. Сәлимә исеме мәғәнәһе буйынса "һау-сәләмәт", "таҙа күңелле", "ныҡ", "тыныс" тигәнде аңлата. Йырҙарҙа йырланған был боронғо башҡорт исемен бөтөнөбөҙ ҙә оҡшаттыҡ.
Ә инде ғаиләлә өсөнсө бала булып тағы бер ҡыҙ тыуғас, уға ата-әсәһе бер тауыштан Аиша (Ғәйшә) тип исем бирҙе. Аиша Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең ҡатынының исеме булыуы ла күңелгә ятты. Ә мәғәнәһе инде "йәшәү көсө һәм энергияһы" , "тормош ыңғайлығы, позитив" тигәнде аңлата икән. Ейән-ейәнсәрҙәремә исемдәре килешеп тора, үҙҙәренә лә оҡшай. Хәҙерге көндә шуларға ҡарайым да ҡыуанам.
Тамьян бәләкәй сағында урыҫ телле балалар баҡсаһына йөрөһә лә башҡортлоғон юғалтманы. 8 йыл буйы "Тамыр" балалар студияһына йөрөп, йырлап, бейеп, "Сулпылар" телевизион конкурсында алып барыусы булып, хәҙерге көндә рухлы, дәртле егет булып үҫеп килә.
Сәлимәнең дә балалар баҡсаһына йөрөгәндә "Һаумы, һаумы әкиәт!" конкурсында йылда ҡатнашыуы һәм башҡорт телен тырышып өйрәнеүе маҡтауға лайыҡ. Кескәй Аишабыҙ иһә спорт ярата. Быйыл Өфө ҡалаһының 51-се башҡорт балалар баҡсаһынан сығып, ағаһы-апайы янына Мостай Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһына уҡырға бара.
Римма киленем менән Замир улымдың гел ошолай рухлы, дәртле һәм дарманлы булып йәшәүҙәрен теләйем.
Мин шулай уҡ башҡа ейән-ейәнсәрҙәрем Зинира, Нурсилә, Рамаҙан, Искәндәр, Бейеш һәм Гөлйемештең дә матур башҡорт исемдәрен йөрөтөүҙәре менән ғорурланам. Уларҙың бөтөнөһөнә лә, ата-әсәһе биргән исемдәренә тап төшөрмәй, илебеҙ, телебеҙҙе һөйөп, ысын башҡорт булып үҫеүҙәрен теләйем.
Ике донъя бәхеттәре насип булһын һеҙгә, балаҡайҙар!

Фәүҡинур Сафина,
мәғариф ветераны, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.

Автор:
Читайте нас: