-10 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Аҡйондоҙ

Күп кенә ата-әсә­ләр­ҙең балаларына башҡортса матур һәм мәғәнәле исем­дәр ҡушыуы һөйөн­дөрә. Ошо матур исемле үҫмерҙәр ара­һынан һеҙҙе Аҡ­йондоҙ исемле ҡыҙ менән таныштырып үткем килә.

Аҡйондоҙ
Аҡйондоҙ

2010 йылдың ура­­ға­­йында донъя­ға килгән сабыйға атаһы Аҡйондоҙ тип исем һайлай. Тоғро, күңеле саф һәм аҡ, ә үҙе йондоҙ кеүек матур тигән мә­ғәнәгә эйә был исем.
Әле Аҡйондоҙ Дәү­ләт­баева Ғафури районы Красноусол ауылының Нияз Мәжитов исемендәге Башҡорт гимназия-интернатында белем ала. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рәсем дәрестәрен ярата.
Аҡйондоҙҙоң иң яратҡан шөғөлдәренең береһе – бейеү. Буш ваҡыттарында шиғырҙар ижад итә. Ял көндәрендә ауылға туғандарымды, дуҫтарымды һағынып ҡайтам.
Еңгәмә өй эштәрендә булышам, туғандарымды ҡарашам. Төрлө тәмлекәстәр бешерәбеҙ, тип йылмая ул.
Аҡйондоҙ бәләкәйҙән тормош ҡыйынлыҡтар татып үҫә. Әсәләре була тороп та, атай ҡарауында ғына ҡалған ҡыҙҙарға, Аҡйондоҙ менән уның апаһына, атай кеше әсәй йылыһын да бирергә тырыша.
"Атайым өй эштәренә, ашарға бешерергә, хатта 4-се синыфтан икмәк бешерергә өйрәтте, — ти ҡыҙыҡай. — Апайым Алтынай менән йәйен йәшелсә үҫтереп, ҡайнатмалар ҙа ҡайната инек. Атай менән бергәләп, өсәүләп, еләк йыйырға йөрөнөк. Эш бөткәс, яланда ятып, рәхәтләнеп оҙаҡ ҡына һөйләшеп, хыялланып ала торған инек. Тик ул ваҡыттарҙы хәҙер иҫләргә генә ҡала.
Атайым мәрхүм булып ҡалғас, Алтынай апайым менән мине атайымдың бер туған ҡустыһы Байрас ағайым менән Нурсилә еңгәм үҙҙәренә һыйындырҙы. Улар һәр ваҡыт беҙгә үҙҙәренең кәңәштәрен биреп тора, бәләкәй генә уңыштарыбыҙ булһа ла ҡыуаналар.
Киләсәктә табип буласаҡмын, — ти тырыш ҡыҙ Аҡйондоҙ. — Атайым да мин сабый саҡтан: “Минең ҡыҙым табип буласаҡ”, — тип хыяллана ине. Атайымдың теләген тормошҡа ашырасаҡмын Алла бойорһа!"
Матур исемле, һәләтле, булдыҡлы, тырыш, ҡыйыу, өлгөр ҡыҙға киләсәктә тик уңыштар теләйбеҙ!

Сәлимә Ҡаранаева.

 

Ҡауарҙы ҡыҙы

Донъялағы иң матур
Исем миндә — Аҡйондоҙ!
Атайым яратып ҡушҡан,
Булһын тип Ерҙә Йондоҙ.

Мостай Кәрим — “Аҡйондоҙ”ло,
Ә мин Ҡауарҙы ҡыҙы.
Йондоҙ булып яҡтыртырмын
Ҡараңғы, айһыҙ төндө.

Ағайыма

Атай урынына ҡалдың,
Һыйындырҙың һин беҙҙе.
Тормошоңда фәрештәләр
Гел һаҡлаһын үҙеңде!

Һинең ғаиләң беҙҙең өсөн
Ышыҡ, таяныс булды.
Етемләнгән күңелкәйем
Нурға, һөйөүгә тулды.

Сибәр, һылыу еңгәм менән
Матур йәшәгеҙ, ағай!
Балаларым ҡараулы тип,
Ҡыуанып ятыр АТАЙ!

Апайыма

Бер бөртөгөм, йән серҙәшем,
Апаҡайым — йөрәк дауам!
Эсем бошҡан саҡтарҙа ла
Йылы һүҙҙе һинән табам.

Кәңәш алам, ярҙам күрәм,
Ризығыңды уртаҡлашам.
Күңелемде күтәрерлек
Һинән мин көс, ҡеүәт алам.

Еңгәмә

Үҙеңдең өс балаң янына,
Ҡурсып, беҙҙе һыйындырҙың.
Шундай изге йөрәгеңдән
Оло урын бүлеп бирҙең.

Аңлатаһың, өйрәтәһең,
Биреп матур кәңәштәрең.
Ҙур рәхмәттәр һиңә әйтәм,
Ҡушып изге теләктәрем!

Аҡйондоҙ Дәүләтбаева.

Автор:
Читайте нас