+13 °С
Дождь

Сара менән Баязит

Сара менән БаязитСара менән Баязит
Сара менән Баязит

Ҡала мөхитендә йәшәһәләр ҙә саф башҡортса һөйләшкән был балалар мөғжизә кеүек күренә. Улар ҡатнашлығында видеоларҙы интернет киңлектәрендә яратып ҡарайҙар. Әле мәктәп йәшендә булмаһалар ҙа телмәрҙәре матур һәм таҙа. Ихлас, телдәр, ағалы-һеңлеле Сара менән Баязиттан отоп алып, онотолоп бөтөп барған башҡорт һүҙҙәрен хатта бәғзе ололар үҙҙәренең телмәрендә ҡуллана икән.
Алты йәшлек Баязит менән дүрт йәшлек Сараның атаһы — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солист-вокалисы Дамир Таипов, ә әсәләре — филармония йырсыһы булған, “До-мажор” студияһын булдырып, хәҙер вокал буйынса дәрестәр биреүсе Нәргизә Тайыпова.
Барыһынан да өҫтөн, еңеүсе, хөрмәтле тигән мәғәнәле Баязит исемен улына атаһы ҡуша. Исем дә кешенең холҡона йоғонто яһайҙыр. Бая­зит гел генә еңергә, йә булмаһа, иғтибар үҙәгендә булырға ынтыла.
Ә кескәй Сараға исемде әсәһе һайлай. Аҫыл, хөрмәтле, бәхет һәм именлек килтереүсе, затлы ырыу әсәһе тигән мәғәнәлә яңғырай был матур исем. Бәләкәй генә булыуына ҡарамаҫтан, Сараға ла ныҡышмалылыҡ һәм тәүәккәллек хас.
Яңы донъяға килгәндә үк башҡорт халыҡ йыры “Сибай”ҙы тыңларға ярата Баязит. Халыҡ йырҙары сәңгелдәктә ятҡан бәпәйҙең илауын оноттора хатта. Атаһы, улының йыр яратҡанын тойомлап, сабыйҙы йоҡлатҡанда, әүрәткәндә, уйнатҡанда һәр ваҡыт йырлай! Шулай атаһының ғына йырҙарын тыңлаған бала, үҫә килә, уларҙы дөрөҫ итеп отоп ала. Алты йәшлек малай хәҙер атаһының бөтөн репертуарын яттан белә. Ике йәш тә өс айында уҡ, атаһынан ишетеп, "Кармен" операһынан Тореадор маршы куплеттарын йырлай. Шулай уҡ ауыр йырланыу­сы йырҙарҙан, һүҙмә-һүҙ отоп, дөрөҫ ноталарҙа Александра Пахмутованың “Өмөт” («Надежда») йырын да башҡара ул өс йәше лә тулмаҫ борон. Баязит, әлбиттә, бик күп башҡортса йырҙар ҙа белә.
“Салауат йыйыны”н асыу тантанаһында атаһы менән икәүләп улар “Ел, ерәнем!” йырын башҡара. Ғаилә йылына арналған «Юлдаш-хит» фестивалендә Тайыповтар, күмәкләшеп, “Моңло ғаилә” номинацияһында еңеүсе була.
Тайыповтар ғаиләһендә мөһим бер ҡағиҙә бар — өйҙә тик башҡортса һөйләшергә! Балалар аңлап етмәгән, белмәгән һүҙҙәрҙең тәржемәһен һүҙ барышында атай-әсәй аңлатып бара.
Баязит, егет булараҡ, батырҙар менән ҡыҙыҡ­һына. Ҡартатаһынан уҡ-һаҙаҡ эшләтеп алған. Үҙенең тыуған көнө байрамына Ҡаранай батыр­ҙы саҡырған! Атаһының артист дуҫы Салауат Мөхәмәтйәров, Ҡаранай батыр булып кейенеп килеп, милли уйын-ярыштар ойоштороп, балаларҙың күңелен күргән.
Телде камилыраҡ өйрәнеү маҡсатында, әлеге мәлдә балалар, мөкиббән китеп, халҡыбыҙҙың мәшһүр “Урал батыр” эпосын өйрәнеү һәм яттан һөйләү менән мәшғүл.
Татыу һәм өлгөлө Тайыповтар ғаиләһенә, халҡыбыҙ күрке булып, именлектә, татыулыҡта йәшәүҙәрен теләйбеҙ. Ә Баязит менән Сараға, атай-әсәй һөйөүенә ҡойоноп, тыныс илдә бәхетле йәшәргә яҙһын. Киләсәктә атай-олатайҙар йолаларын һаҡлаусы, ырыу-нәҫел ептәрен дауам итеүсе, телһөйәр, илһөйәр балалар булып үҫһендәр!

Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас