

Йылайыр районының Һултантимер ауылында Фирүзә һәм Нур Йомабаевтарҙың күп балалы ғаиләһендә баш бала булып донъяға килгән ул. Йылайыр районы Йылайыр ауылының Шәйехзада Бабич исемендәге Башҡорт гимназияһында 5-се синыфта уҡый.
Мәктәп тормошонда әүҙем ҡыҙ һүрәт төшөрөргә лә маһир, спорт менән ҡыҙыҡһына.
Ғаиләһе йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгәнгә күрә, Зөләйха бәләкәйҙән аттарға ғашиҡ. Шуға ла буш ваҡыты булыу менән, ата-әсәһенә мал ҡарашырға ашыға. Оҫта һыбай йөрөгән ҡыҙ йәйгеһен атаһына мал көтөшә.
Ә ҡышын мал-тыуар ҡурала булғанда, мәшәҡәт тағы ла күберәк. Һыйырҙарға, аттарға һыу эсерергә, бесән һалырға ярҙамлаша. Апайҙарынан күрмәксе, дүрт һеңлеһе, ҡустыһы ла ярҙамлашырға әҙер генә тора. Шундай эшлекле балаларың янда йөрөгәндә, атай-әсәйгә лә күңелле инде!
Ир-егеттәр кеүек ҡыйыу йөрәкле Зөләйха, ат үрәпсетеп, һыбай сабырға ярата. Беренсе тапҡыр һигеҙ йәшендә атаһына Арғымаҡ ҡушаматлы тайҙы өйрәтешә. Тай-тулаҡты өйрәтеү буйынса Ноғоман ҡартатаһының “дәрестәре” лә бик фәһемле. Тибенлектә йөрөгән йылҡы араһында етем ҡалған ҡолондар була. Шуларҙы һеңлеләре менән бергәләп, Ноғоман ҡартатаһының кәңәштәренә таянып, тәрбиәләп алған саҡтары ла була ҡыҙҙың. Мәҫәлән, Оствинд ҡушаматлы етем ҡолонсаҡты бағып үҫтереп, һыбай ҙа менеп йөрөй балалар.
Ярыштарға ат яратыу ғаилә өсөн ғәҙәти күренеш һанала. Атаһы Нур Ноғоман улы “Башҡорт аты” халыҡ-ара фестиваленә ярыш аттарын әҙерләй. Ә ҡыҙы Зөләйхә, инде икенсе йыл рәттән ошо мәртәбәле сараның аттар парадында ҡатнашып, район намыҫын яҡлай!
Яңыраҡ ат өйрәтеүен видеоға төшөрөп, Башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлау һәм үҫтереү буйынса “Ирәндек” хәйриә фонды үткәргән конкурста ҡатнашты ҡыҙ. Төп приз Зөләйха Йомабаеваға бирелде! Шәп бүләк – эйәргә лайыҡ булды ул.
Зөләйхә әле Дар исемле йәш тайҙы менгегә өйрәтә (аҫтағы фотола). “Ирәндек” фонды үткәргән бәйгелә быйыл да призлы урынды алырға ниәтләнә.
—Атта йөрөү миңә бик оҡшай! Кәйефте күтәрә. Ә саф һауала йөрөү организм өсөн яҡшы тәьҫир итә, — ти ат яратҡан ҡыҙ.
Бәләкәй генә сағынан атҡа атланған ҡыҙыҡайға һоҡланыуым сикһеҙ! Аттарға булған сикһеҙ һөйөүе күптәргә үрнәк.
Афарин, Зөләйха! Даланлы, бәхетле бул!