+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
19 Ғинуар 2018, 19:43

Шаян күбәләк (әкиәт)

Бер көн, иртән тороп, әбей тәҙрәһен асып ебәрһә, өшөп, дер-дер ҡалтырап, матур ғына күбәләк тора, ти. Әбей менән бабай уны йәлләп, өйгә индергән.

Борон-борон заман да йәшәгән, ти, әбей менән бабай. Уларҙың өйө мөғжизәле тәбиғәт ҡосағында, бик матур ерҙә урынлашҡан, ти. Тау-ҡырҙары емеш-еләккә, урмандары кейек-ҡоштарға бай булған. Улар тәбиғәт биргән байлыҡ менән көн иткән. Ләкин әбей менән бабайҙың балалары булмаған, шуға күрә улар бик ҡайғырған. Бер көн, иртән тороп, әбей тәҙрәһен асып ебәрһә, өшөп, дер-дер ҡалтырап, матур ғына күбәләк тора, ти. Әбей менән бабай уны йәлләп, өйгә индергән.

Күбәләк бер аҙ йылынып, тынысланғас:

– Ни булды, ҡупшыҡай, нишләп илайһың? – тигән әбей.
– Шаян Күбәләк булам, тыуған ерем – сәскәле ялан. Беҙгә ҡайғы килде: сәскәләребеҙ һулыны, үләндәребеҙ кипте, сөнки һалҡын көҙ етте, ә көҙҙән һуң һыуыҡ ҡыш килә. Беҙ йоҡларға тейешбеҙ. Иптәштәрем йоҡоға талды, ә минең йоҡом килмәй, һәр саҡ шаярып-көлөп уйнарға теләйем, – тигән күбәләк.
– Улай ныҡ ҡайғырма, беҙҙең йылы өйҙә йәшәрһең, бергә күңелле булыр, беҙҙең балаларыбыҙ ҙа юҡ, – тигән әбей менән бабай.
Шаян Күбәләк шатланып риза булған. Улар өсәүләп һәр яҡты көнгә ҡыуанып йәшәй башлаған. Күбәләк ысынлап та бик шаян, егәрле булған. Әбей менән бабай уны яратып ҡына торған. Төрлө ҡайнатмалар, шифалы үләндәр, емеш-еләк һуттары менән һыйланған күбәләк.
Бына ҡарлы-буранлы, шыҡһыҙ һыуыҡ ҡыш башланған. Шаянҡайҙың һаулығы көндән-көн насарая барған, тын алыуы ауырлашҡан. Бер ҡасан да йоҡларға теләмәгән шаян күбәләк, бер көн килеп, хәлһеҙләнеп, йоҡоға талған…
Оҙаҡ йоҡлаған ул… Һалҡын көндәр артта ҡалған. Бер саҡ хуш еҫ танауын ҡытыҡлағанға уянып киткән. Күҙен асып ебәргән. Иртәнге ҡояш нурҙары битен иркәләгән уның.
Ҡәҙерлеләре уянғас, әбей менән бабай бик ҡыуанған. Шаян күбәләк, тиҙ генә тороп, оса-ҡуна тышҡа атылған. Уны тәүҙә Ҡояш сәләмләгән.
– Көн ниндәй яҡты, матур, йылы! – тип, ул тирә-яҡҡа һоҡланып ҡарап торған. Ҡапыл моңло көй ишетеп ҡалған ул, ошо тылсымлы моң күңелен солғап алып, үҙенә әйҙәгән.
Күбәләк, барыһын да аңлап, талпынып осоп киткән. Кире әйләнеп килеп, әбей менән бабайға рәхмәт әйтеп, баш эйгән, ти. Һәм үҙен һағынып көтөп торған сәскәле яланына ашыҡҡан.



Азамат ҠАРАҒОЛОВ,

Бөрйән районының Байназар мәктәбе уҡыусыһы.

Читайте нас: