+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
20 Ғинуар 2018, 18:24

Ҡышҡы урманға сәйәхәт (хикәйә)

“Исмаһам, берәй йән эйәһе лә күренмәй”, – тип уйлап тора инем, түбәмә ағастан ҡар һибелә башланы. Күтәрелеп ҡараһам, баш осонда, ялбыр ҡойроҡтарын болғап, тейен йөрөп ята. Мине күргәс, ялп итеп күҙҙән юғалды.

Ҡыш! Ниһайәт, ял да етте! Тышта ҡояш яҡтыра! Бындай көндә, өйҙә ултырмайым тип, тышҡа сыҡтым. Ҡайҙа барырға белмәй торам.

Шул саҡ, башыма "келт" итеп бер уй килеп баҫты. Урманға барырға! Саңғыларымды кейеп, юлға йыйындым. Барам-барам… Артымда, ауылымдың мөрйәнән сыҡҡан төтөндәре генә күренә ине.

Бына ул урман! Саф һауа! Һәр ағасҡа, ҡыуаҡҡа бәҫ ҡунған. Бар тирә-яҡ, һөттәй ап-аҡ.

“Исмаһам, берәй йән эйәһе лә күренмәй”, – тип уйлап тора инем, түбәмә ағастан ҡар һибелә башланы. Күтәрелеп ҡараһам, баш осонда, ялбыр ҡойроҡтарын болғап, тейен йөрөп ята. Мине күргәс, ялп итеп күҙҙән юғалды. Тейен ҡабаттан күренмәҫме тип, күҙҙәрем талғансы ағас башына ҡарап торҙом. Юҡ, күренмәне…

Ҡабаттан ергә текәлдем. Ә унда, ап-аҡ ҡына ҡар өҫтөндә, ниндәй генә эҙ юҡ. Нәҡ мин баҫып торған ерҙә, урманда йәшәүсе төрлө йән эйәләре, аҙыҡ эҙләп, тегеләй-былай йөрөп ятҡан… Йәнлектәргә ҡышҡы сатнама һыуыҡтарҙа аҙыҡ табыуы ауырлаша шул.

Шулай, ҡышҡы урманға һоҡланыуҙан бигерәк, тереклекте йәлләп уйланып тороп, кис етә яҙҙы. Ҡайтҡансы эңер ҙә төштө. Ауыл осонан уҡ мине һәр өйҙән сыҡҡан ут яҡтылары сәләмләп ҡаршы алды…


Айгүзәл УРАҠОВА,
Йылайыр районының Һабыр мәктәбе уҡыусыһы.

Читайте нас: