+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
22 Февраль 2018, 16:04

Егәрленең ҡулы ете (әкиәт)

Борон-борон заманда, атай-олатайҙар тыумағанда, әле мин булмағанда, йәшәгән, ти, әбей менән бабай. Урта хәлле генә донъя көткән улар. Улдары ла берәү генә, Абдулла исемле булған, ти. Үҙе бик тә тырыш, эшкә уңған, ти. Аҡыллы егеткә ауылдың бөтә ҡыҙҙары ла ғашиҡ булған, ти.

Борон-борон заманда, атай-олатайҙар тыумағанда, әле мин булмағанда, йәшәгән, ти, әбей менән бабай. Урта хәлле генә донъя көткән улар. Улдары ла берәү генә, Абдулла исемле булған, ти. Үҙе бик тә тырыш, эшкә уңған, ти. Аҡыллы егеткә ауылдың бөтә ҡыҙҙары ла ғашиҡ булған, ти.
Ошо уҡ ауылда Ғәлиә исемле ҡыҙ ҙа йәшәгән. Әсәһе уның күптән вафат булған. Атаһы Ғәли бабай бик тә ярлы йәшәгән, үтә ҡарт булған. Ғәлиә көндәр буйы сирле атаһын тәрбиәләгән. Бушамағас, өйҙән бер ҡайҙа ла сыҡмаған. Шуға ла Абдулла менән Ғәлиәнең бер-береһен күргәне булмаған. Абдулланың ата-әсәһе улдарына егәрле, эшһөйәр кәләш әйттерергә теләгән. Ауылдарында йәш ҡыҙҙар һыуға килә лә, бер урында хәбәр һатып, көн уҙғара, ти. Шуға ла был ауылдан килен алырға теләмәгән улар.
Бер көндө ата-әсә улдарын икенсе ауылға ҡыҙ күҙләргә ебәрергә булған. Атаһы:
– Улым, беҙ һине ете көнгә икенсе ауылға ебәрәбеҙ. Һин унда тырыш, уңған ҡыҙ табып, танышып ҡайт, – тигән.
Атаһының бойороғонан һуң улы, йыйынып, сығып киткән. Ике көн юлда булып, бараһы еренә барып етеп, ете көнгә ҡарт әбей менән бабай йәшәгән йортта фатирға ҡалған, ти. Иртән тороп, ете көн буйы буш ятып булмаҫ, эш табырға кәрәк, тип, баҙарға киткән. Килһә, Ғәлиә лә бында, ти. Сибәр ҡыҙға бер күреүҙә ғашиҡ булған егет.
– Ғәлиә, һин бында ни эшләп йөрөйһөң? – тип һораған.
Ғәлиә аптырап киткән:
– Һин кем? Исемемде ҡайҙан беләһең?
– Һин бит Әминбәктән, Ғәли бабайҙың ҡыҙы. Мин дә шул ауылдан. Абдулла булам.
– Ишеткәнем бар һинең турала, – тип, Ғәлиә, ҡабаланып, китергә йыйынған.
– Һин бында ни эшләп йөрөйһөң? – тип ҡыҙыҡһынған егет, ҡыҙҙы ебәргеһе килмәй.
– Атайым үлеп китте, яңғыҙыма йәшәүе ауырлашты. Йән аҫрау өсөн баҙарҙа әйберҙәр һатам. Кәзәбеҙҙе тарап, дебетенән шәл, бейәләй, ойоҡбаштар бәйләйем, һөтөнән ҡаймаҡ, ҡорот, ҡымыҙ яһайым. Шуларҙы бында килтереп һатам, – тигән Ғәлиә.
– Ә мин бында кәләш күҙләргә килгәйнем. Бына таптым да инде, – тип шатлығын йәшермәгән Абдулла.
Ғәлиә лә егетте үҙ итә. Абдуллаға кәләш булырға ризалыҡ бирә. Улар шунда уҡ ауылдарына ҡайтырға йыйына. Ике көн тигәндә ҡайтып та етәләр. Егеттең ата-әсәһе, бик ныҡ шатланып, йәштәрҙе һый-хөрмәт менән ҡаршы алған, ти. Бер юлы оло табын йыйып, ҙур туй үткәргәндәр, ти. Ике уңған бик матур ғаилә ҡороп, күп балалар үҫтереп, етеш тормош көтөп, ҡартайғансы мөхәббәтле йәшәгән, ти. Уларҙың ғаиләһе ауылда иң абруйлыларҙан һаналған. Бөгөн ауылдарҙа йәшәгән барлыҡ уңғандар Ғәлиә менән Абдулланың затлы нәҫеленән таралған бәндәләр, ти.



Наҙгөл ТҮҘБӘКОВА,
Ғафури районының Юлыҡ мәктәбе уҡыусыһы.

Читайте нас: