- Һаумы, Төлкөбай, хәлдәрең нисек? - тип сәләм биргән. Төлкөнөң әллә кәйефе булмаған, әллә үҙе шулай әҙәпһеҙ булған, уға яуап бирмәгән.
Тейен ҡабатлап өндәшкән:
- Нишләп минең менән һөйләшмәйһең?
Төлкөбай йәне көйөп:
- Минең һаулыҡта һинең ни эшең бар? - тигән.
- Һаулыҡ һорашҡанға яуап бирергә кәрәк. Был тәрбиәлелекте аңлата, - тигән Тейенбай, - мине әсәйем шулай өйрәтә.
- Минең бит әсәйем юҡ, улай матур һөйләшергә өйрәтергә, исмаһам, бер дуҫым да юҡ, - тип, моңһоуланып киткән, ти, Төлкөбай.
- Әйҙә, дуҫлашайыҡ! Яғымлы һөйләшергә лә өйрәнерһең, һине башҡалар ҙа яратыр.
Шул көндән башлап улар дуҫлашҡан, ти. Төлкөбай ипле һөйләшергә өйрәнгән. Уның дуҫтары ла күбәйгән, имеш.