Республикабыҙҙың Яҙыусылар союзы быйыл ғинуарҙан Рәсәй Президенты гранты ярҙамында «Башҡортостандың әҙәбиәт мәктәбе» проектын тормошҡа ашыра башлағайны. Уның программаһына ярашлы төрлө район-ҡалаларҙа билдәле яҙыусылар, студенттар, уҡыусылар ҡатнашлығында осрашыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре, ижади семинарҙар үткәрелде, заман әҙәбиәте, Яҙыусылар союзының эшмәкәрлеге хаҡында фекер алышыуҙар барҙы.
– “Әҙәбиәт мәктәбе”нә 14 – 25 йәшлектәрҙән ҡабул ителгән 100-ҙән ашыу ҡулъяҙма араһында шиғырҙар, сәсмә әҫәрҙәр, әкиәттәр, хатта публицистик яҙмалар ҙа булыуы һөйөнөслө. Роман тип билдәләнгән әҫәрҙәр ҙә бар. Башҡорт, урыҫ һәм татар телдәрендәге ижади эштәр Мөнир Ҡунафин, Әхмәр Үтәбай, Миләүшә Ҡаһарманова, Сергей Янаки, Илдус Фазлетдинов, Леонид Соколов кеүек танылған яҙыусы, шағирҙар тарафынан тикшерелеп, баһаланды, – тине Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Рәшит Зәйнуллин.
Октябрь башында «Башҡортостандың әҙәбиәт мәктәбе» проектына йомғаҡ яһалды һәм 30 йәш ижадсы еңеүсе тип билдәләнде. Улар ике көн дауамында күренекле яҙыусы һәм шағирҙар ойошторған оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашыу мөмкинлеге алды, Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтенә сәфәр ҡылды. Милли музейға, Мәжит Ғафуриҙың Өфөләге мемориаль йорт-музейына барып ҡайтыу ҙа йәш ижадсыларҙа онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырғандыр.
Бүләкләү тантанаһында “Башҡортостан журналдары” нәшриәте директоры, “Аманат” журналының баш мөхәррире Сәлмән Ярмуллин йәш ижадсыларҙан бер төркөмдө – Белорет районынан Динә Солтанованы, Ғафури районынан Рәзинә Зәйнетдинованы, Илеш районынан Артур Ғабдуллинды һәм Бөрйән районынан Лилиә Ҡаһарманованы – тәбрикләне.
«Әҙәбиәт мәктәбе»нә йомғаҡ яһалһа ла, был йүнәлештә эштәр киләсәктә дауам итәсәк әле. Проект еңеүселәренең эштәре айырым йыйынтыҡ итеп сығарыласаҡ.