+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
22 Октябрь 2018, 16:23

Башҡорт теле – хазина (шиғыр)

Быуындарҙан быуындарға Килә ул тел – хазина. Әйтһә ине ата-әсә Һәр бер ҡыҙы, улына: “Телдә йәшәй тарихыбыҙ, Тел алтындарҙан артыҡ.

Алмаҫ телде ут та, һыу ҙа,
Һис тә ҡағылмаҫ ҡартлыҡ!
Үҙ телебеҙ үҙ ҡулдарҙа:
Ҡалдырам тиһәң, ҡалыр!”


Ҡайҙа һуң улай әйткәндәр?
Бармы һуң ундай батыр?!
Сабыйҙың беренсе һүҙе
“Әсәй” булһа, ни яман?!
Һаҡлайыҡ һуң телебеҙҙе
Бөтмәһен өсөн тамам.
Нисек инде, башҡорт булып,
Үҙ телеңде белмәһәң?!
Халҡың өсөн, телең өсөн
Ғорурлыҡ кисермәһәң?!
Мин ышанам: бөтмәҫ телем!
Көслө беҙҙә башҡортлоҡ!
Рәмиҙәр аманатына
Ныҡлы булһын тоғролоҡ!



Нәсимә НӘБИУЛЛИНА,

Әбйәлил районың

Яңы Балапан мәктәбе уҡыусыһы.


Читайте нас: