+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
22 Октябрь 2018, 16:05

Матур ғаилә – ил күрке (инша)

– Илебеҙҙең йәме нимәлә? – Көслө мөхәббәт нигеҙендә ҡоролған матур ғаиләләрҙә!

Борон-борон заманда түгел, ә хәҙерге заманда Һырлыбай нәҫеленән сыҡҡан бик бәхетле татыу ғаилә Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында донъя көтә. Кемдәр тиһегеҙме? Хәҙер бәйән итәм.
Сибай ҡалаһындағы педагогия институтында уҡып йөрөүсе Анзур исемле йәш егет Әбйәлил ҡыҙы Ғәлиәгә бер күреүҙән ғашиҡ була. Бер-береһенә булған көслө мөхәббәттәре уларҙың сәстәрен сәскә бәйләй. Ҡулдарына диплом алған йәштәр йәмле йәйҙең бер көнөндә пар күгәрсендәрҙәй гөрләтеп туй үткәрә. Ейәнсура менән Әбйәлил райондары араһында туғанлыҡ “күпере” төҙөлә.
– Ғаиләбеҙ йәме нимәлә?
– Илебеҙҙең киләсәге өсөн аҡыллы балалар тәрбиәләүҙә!
2004 йылдың көҙөндә йәш ғаилә Иҫәнғол ауылына килеп төпләнә.
Әкиәттәге һымаҡ береһенән-береһе сибәр, аҡыллы өс ҡыҙҙары тыуа. Исемдәре лә яҡтылыҡ өләшеүсе: Нурания, Нурзилә, Нургизә.
– Илебеҙҙең йәме нимәлә?
– Терәк булырлыҡ ғаилә башлыҡтарында!
Атайым, Сырлыбаев Анзур Хәлим улы, әлеге ваҡытта Иҫәнғол ауылы башҡорт гимназияһында физкулътура уҡытыусыһы булып эшләй. “Атанан күргән уҡ юнған” тиҙәр бит. Атайым беҙгә спортҡа һөйөү уятты. Шуға ла беҙ көн дә волейбол, баскетбол, саңғы һәм йүгереү түңәрәктәренә йөрөйбөҙ. Ярыштарҙа ла тик призлы урындар яулайбыҙ.
– Киләсәгебеҙ йәме нимәлә?
– Ғаилә усағын һүндермәй донъя көткән әсәйҙәрҙә!
Әсәйем минең, Сырлыбаева Ғәлиә Алсынбай ҡыҙы, Әбйәлилдең хозур тәбиғәт ҡосағында донъяға килгән. Ә хәҙер балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. “Әсәнән күргән тун бескән” тиҙәр бит. Беҙгә лә әсәйебеҙҙән матурлыҡҡа ынтылыу, аш-һыу әҙерләүгә оҫталыҡ, туған телебеҙгә һөйөү күскән.
Беҙ – бик ябай ғаилә. Күпләп емеш-еләк, йәшелсә үҫтерәбеҙ. Беҙ бәләкәй саҡта атайым ултыртҡан ағастар хәҙер емеш биреп, ҡыуандыра. Ниндәй генә төрлө емеш ағастары юҡ беҙҙә! Ә сатнама ҡышҡы һыуыҡтарҙа әсәйем әҙерләгән емеш-еләк һуттарын, ҡайнатмаларын ауыҙ итеп һөйөнәбеҙ.
Ғаиләбеҙҙә халҡымдың ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын белеп үҫәбеҙ, туған телебеҙҙә рәхәтләнеп һөйләшәбеҙ. Башҡортостаныбыҙ буйлап сәйәхәт итеү – ғаиләбеҙҙең яратҡан шөғөлө. Сәфәрҙә ер-һыу атамалары, дарыу үләндәре тураһында һөйләшәбеҙ, ә кистәрен рәхәтләнеп башҡортса китап, журнал-гәзиттәр уҡыйбыҙ. Әсәйемдең бишек йырҙары һаман да күңел түрендә һаҡлана.
Мин донъяла иң бәхетле бала! Сөнки атай ҡаны, әсәй һөтө аша ингән ата-олатайҙарым телендә, туған телемдә һөйләшәм, уҡыйым, аралашам.
Атайым менән әсәйем беҙ Башҡортостаныбыҙҙың кәрәкле кешеһе булып үҫһен өсөн көстәрен йәлләмәй.
Һәр ғаилә әгәр ошолай бәхетле булһа, Башҡортостаныбыҙҙың киләсәге ышаныслы ҡулдарҙа!
– Илебеҙҙең йәме нимәлә?
– Иле, теле, халҡының киләсәге өсөн янып йәшәгән ғаиләләрҙә!



Нурания СЫРЛЫБАЕВА,

Ейәнсура районының Иҫәнғол Башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы.

Читайте нас: