-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
22 Октябрь 2018, 16:16

Салауат батыр (шиғыр)

Борон-борон заманда Донъяға килә Бер батыр малай. Әсәһе Әминә,Атаһы Юлай.

“Матур, ҡыйыу, көслө бул”, –
Ти әсә кеше.
“Тоғро, батыр бул”, –
Ти сабыйҙың атаһы.
Баланы һөйөп,
Батыр булһын тип,
Уға Салауат
Исемен атайҙар.
Ай үҫәһен
Көн үҫә,
Уҡтан да мәргән ата,
Атта ла етеҙ елә.
Ун дүрт йәшендә
Һунарҙа үҙен
Ҡыйыу күрһәтә:
Айыу тиреһен
Ябынып ҡайта.
Атай кеше күрә
Улының ир еткәнен.
Һынатмай улым, ти,
Уны яуға саҡыра!
Салауат та күреп үҫә
Халҡының, иҙелеп,
Тир, ҡан түгеп йәшәгәнен,
Ул риза түгел
Бының менән.
Баш күтәрергә саҡыра
Салауат үҙ халҡын,
Урыҫ Пугачев менән
Бергә ҡушылып.
Ләкин мәкерле,
Яуыз бәндәләр
Салауаттың үҙен
Харап итәләр.
Ябалар батырҙы
Ҡараңғы зинданға.
Аяҡ-ҡулдарын
Бығаулап ҡуялар.
Уның йөрәге
Халҡым тип яна.
Өҙөлөп һағынып,
Йырҙар ул яҙа
Туған халҡына,
Башҡорт халҡын,
Илен данлап.
Үлмәҫ Салауат
Күтәрелде атында
Бөркөттәй һауаға,
Урал тауына.
Йырын-моңон
Еткерергә халҡына.
Ишетәм мин
Ағиҙел ағышында:
Салауатым моң-зары
Саҡыра аң булырға.



Надежда ЦАРАБАЕВА,

“Аманат”тың йәш хәбәрсеһе,

Бүздәк районының Иҫке Боғаҙы мәктәбе уҡыусыһы.

Читайте нас: