-17 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
11 Ноябрь 2018, 05:43

Йүнсел әтәс (хикәйә)

Ҡыҙ егеттең тәҡдимен кире ҡаҡты: "Һине "Әтәс" тип йөрөткәндәрен ишеткәйнем. Йүнле кешегә ундай ҡушамат тағылмаҫ..."

Әнәс ҡайтҡанда, таң атҡанын белдереп, әтәстәр ҡысҡырыша башлағайны. Ярайһы уҡ яҡты, шулай ҙа клубта дискотека көйө әле тынмаған – йәштәр таралышырға ашыҡмай, ахырыһы. Ана, оло урамдан, шарҡылдап көлөшә-көлөшә, бер төркөм ҡыҙ үтте, улар артынан, әсе итеп һыҙғырышып, егеттәр йүгерҙе. Әнәс, был шау-шыуҙың тынғанын бер аҙ көткәс, гитараһын соланға индереп элде лә, кире сығып, тупһаға ултырҙы, ҡарашын ихата уртаһындағы сиҙәмдә тибенеп йөрөүсе тауыҡтарға төбәне.

Ике әтәс, береһенән-береһе уҙҙырып, тауыҡтар алдында кәпәренә. Өлкәне, йәшерәгенән өҫтөн күренергә теләгәндәй, арбаға менеп ҡысҡырырға тотондо. Күңеле булғансы тамаҡ йыртҡас, төштө лә, үҙенә баһа көткәндәй, "ҡыҙ-ҡырҡын" алдында бейергә кереште. Әммә тауыҡтар араһында уға иғтибар итеүсе табылманы – ситкә үк китеп барҙылар. Йәш әтәс тә бирешеп барғандарҙан түгел: ҡойма башына менеп ҡунаҡланы. Ҡанаттарын киң йәйеп, талпынып ҡысҡырғас, ипле генә осоп төштө лә, "үҙ яртыһын" эҙләп, бер килке өйөрөлөп алды. Был да тауыҡтарҙың күңелен яуларлыҡ түгел ине, күрәһең: әтәстәрҙең ҡылығы яуапһыҙ ҡалды. "Ир-ат" артабан утынлыҡ өҫтөнә лә, һарай башына ла менеп үҙ һөнәрен күрһәтте, әммә тауыҡтар ни өсөндөр Әнәстәрҙең баҡсаһы ситендә яңғыҙ ғына тибенеп, емгә саҡырып йөрөүсе күрше әтәскә күҙ һалды. Бына ҡайҙа ысын "ир"! Бер аҙҙан тауыҡтарҙың барыһы ла ошо егәрле әтәс тирәһендә урала ине. Әнәс, ҡош-ҡорттоң тамашаһын ҡарап ултыра торғас, үҙе өсөн ниндәйҙер асыш яһағандай, ҡыуанып ҡуйҙы.

* * *

Егетте тиңдәштәре "Әтәс" тип йөрөтә. Юҡ, исеме Әнәс булғанға ла, Әтәс йылында тыуғанға ла түгел, ә башланғыс класта уҡығанда урыҫ теле дәресендә "отец" һүҙен "әтәс" тигән кеүегерәк әйткәне өсөн йоҡто был ҡушамат уға. Хәҙер инде өсөнсө тиҫтәне ҡыуған егет быға ныҡ ғәрләнә, бигерәк тә ҡыҙҙар ауыҙынан ишетһә. Үс итеп, ул урыҫса яҡшы өйрәнде, егетлеген иҫбатлау өсөн армияға ла барып ҡайтты, гүзәл зат алдында үҙен һәр саҡ джентльмендарса тоторға тырыша, әммә ҡушаматтан ҡотолоу һис тә еңел түгел икән. Ошо арҡала Әнәс кеше алдында ҡаушауын һаман еңә алмай, үҙен башҡаларҙан түбән, хатта ғәйепле кеүек тоя.

Ҡыҙҙар менән ашы бешмәүгә лә сәбәпсе булды был. Былтыр Әнәс ауылдағы балалар баҡсаһына тәрбиәсе булып килгән Әнүзә исемле сибәркәйҙең артынан йүгереп алғайны. Ҡыҙға күпме генә ярарға, оҡшарға тырышмаһын, егеттең теләге ҡабул булманы. Әллә Әнүзә ғорур ине, әллә Әнәс бешмәгән булды?.. Тәүге танышҡанда уҡ ҡыҙ егеттең оҙатып барырға тәҡдимен кире ҡаҡты. "Һине ауылда "Әтәс" тип йөрөткәндәрен ишеткәйнем. Йүнле кешегә бындай ҡушамат тағылмаҫ", – тине.

Икенсе юлы Әнәс уға гөлләмә бүләк итергә булды. Кис, бесәндән ҡайтҡас, ҡустыһын эйәртеп, урманға сыҡты. Ҡояш байығас, кинәт ел күтәрелеп, күкте ҡап-ҡара болоттар ҡаплай башлағайны, етмәһә, ай тулған шикелле. Ҡустыһы, ен-пәрейҙән ҡурҡҡанын һиҙҙермәҫ өсөн, йылан сағыуы ихтималлығына һылтанып, ағаһының йөкмәп йөрөтөүен үтенде. Әнәс, үҙе буйы ҡустыһын артмаҡлаған килеш эйелеп, ялан сәскәләре йыйҙы, аҙаҡ ауылға йүгереп ҡайттылар. Бер михнәттең мең рәхәте була, тиһәләр ҙә, Әнүзә егеттең һыҙғырыуына сыҡманы, солан тәҙрәһенән ҡараны ла: "Гөлләмәң әтәс ҡойроғондай икән. Үҙеңә тағып ал", – тип көлдө.

Бер көн Әнәсте атаһы алыҫтағы сабынлыҡта ҡунып эшләргә ҡалдырҙы. "Арба менән барып ҡайтыуға ярты көн үтә, улайтып бесәнде көҙгә лә әҙерләп бөтөп булмаҫ. Әйҙә, иркенләп көн-төн сап", – тине ул. Әммә егеттең уйында бесән түгел, ә ҡыҙ артынан сабыу ине. Атаһы ҡуҙғалып, арбаһы күҙҙән юғалғас та, тура юлдан ауыл яғына йүгерҙе Әнәс. Ҡайтып, өйҙәгеләргә күренмәй генә таҙа кейенде лә клубҡа сыҡты. Әнүзә был юлы уны: "Һин миңә оҡшамайһың, мин ысын егеттәрҙе яратам", – тип ҡайтарҙы. Үҙе хәс бройлер кеүек һонтор Әкрәм янында өйөрөлә ине. Әтәсләнеп, көн дә эсеп, һуғышып йөрөүсе Әкрәмме икән ысын егет?

Шул ваҡиғаларҙан башлап, Әнәс киске уйынға һирәк сыҡты, Әнүзәгә иғтибар итмәне, ҡул һелтәне. Көҙөн атаһы менән яңы өй күтәреп ултырттылар, иҫке тракторҙы көйләп алып, ҡышын ауылдаштарына утын-бесән ташыны, бер аҙ аҡса туплағас, яҙын ҡуртымға ер, орлоҡ юллап, шунда йәшелсә сәсте, үҙен умартасылыҡта ла һынап ҡарарға тәүәккәлләне. Эштәр көйлө бара, әммә ниҙер етмәй ине барыбер.

Әле Әнәс ауылға ҡунаҡҡа килгән Мәскәү ҡыҙы Надя менән дуҫлашып йөрөй. Әмәлгә ҡалғандай, бер кис ҡустыһын эҙләп урамға сыҡҡайны. Клуб асылмағас, йәштәр ауыл ситендә усаҡ яғып, шунда йыйылған. Ошонда танышты егет ҡала ҡыҙы менән. Ҡорт сағыуҙан шешенгән Әнәстең йөҙөнә ҡарап, Надя тәүҙә: "Моғайын, һуғыш суҡмарылыр әле", – тип уйлаған ине. Бер аҙ дуҫлашып йөрөгәс, бөтөнләй: "Әнәс йөрәгемә "ҡыҙыл әтәс" ҡундырҙы", – тип хәбәр һалды.

Бөгөн дә улар икеһе генә усаҡ яғып төн үткәрҙе, таң аттырҙы. Егеттең гитарала уйнап йырлағанын тыңларға ярата Надя. "Әйҙә, өйләнешәйек тә Мәскәүгә китәйек. Өс бүлмәле фатирыбыҙ бар, бай йәшәйбеҙ, атайым өр-яңы машина ла бүләк итер үҙеңә. Ул ҙур ерҙә эшләй, ни кәрәк, барыһын да булдыра ала", – тип өгөтләне ҡыҙ. Ә егет, ҡалаға "килен булып төшөүҙе" түбәнселек һанауын белдереп, ҡырҡа баш тартты.

* * *

Ғәфү итегеҙ, ҡәҙерле уҡыусыларым! Ҡалғанын бәйнә-бәйнә яҙыр инем дә, геройҙарҙың артабанғы яҙмышын ишетеп кенә беләм шул. Әлеге хәлде миңә һөйләгән Әнәс хәҙер – районда иң абруйлы эшҡыуарҙарҙың береһе, байтаҡ йылдар инде дин юлында. Надя, атай-әсәйенең ай-вайына ҡарамай, уға кәләш булып, ауылға күсеп ҡайтҡан, башҡортса арыу уҡ һупалай, хатта исемен Нажиә тип үҙгәрттергән, ти. Ысын егет эҙләүсе Әнүзә ҡупырыш, ҡоро кәүҙә Әкрәмде, эсеп йөрөп, кикереге шиңә башлағас та, ташларға мәжбүр булған, ҡайһы саҡ, Әнәсте кире ҡайтарырға теләп, илап ала, имеш...


2004 йыл.


(Фото Интернет селтәренән алынды).