+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
21 Ноябрь 2018, 18:18

Мин журналды нисек алданым?

Мәҡәләһе баҫылғас, бик ҡыйыу, аҡыллы, һәләтле малайҙыр, тип уйланылар...

Беҙ “Пионер” (хәҙерге “Аманат”) журналын уҡып үҫтек. Ул саҡта “Аҡбуҙат”, “Шоңҡар” һымаҡ баҫмалар юҡ ине әле. “Йәншишмә” гәзите “Башҡортостан пионеры” тип аталды, уны ла һәр саҡ көтөп алдыҡ.

Мәҡәлә авторы булараҡ иң беренсе ошо “Пионер”ҙа күрендем. Икенсе синыфта уҡыған саҡта һабаҡташым Илнур тураһындағы “Яҡын дуҫым” тигән яҙмамды баҫҡайнылар унда. Дөрөҫөн әйткәндә, мәҡәләне минең исемдән апайым эшләгәйне. Йәнәһе, ҡыҙыҡ өсөн тикшереп ҡарайыҡ, сығырмы икән...

Бына шулай республикалағы тиҫтәләрсә мең тиҫтеремә таныш булып киттем. Төрлө райондарҙа йәшәүсе ҡыҙҙар хаттар яуҙырырға кереште. “Бик ҡыйыу егетһеңдер, әйҙә, дуҫлашайыҡ”, – тип яҙалар ине. Ныҡ оялдым, уңайһыҙландым, шуға бөтә хаттарҙы ла яуапһыҙ ҡалдырҙым. Әлбиттә, апайың яҙып ебәргән мәҡәлә өсөн маҡтау һүҙҙәре ишетеүе еңел, тиһегеҙме?

Бер нисә йылдан әлеге яҙма бишенсе синыф өсөн урыҫ теле дәреслегендә лә баҫылды. Быныһын инде мин “Әйҙә, үҙең дә берәй нәмә ижад итеп ҡара!” тигән саҡырыуҙай ҡабул иттем. Шунан тоттом да “Башҡортостан пионеры”на бер иншамды һалып ебәрҙем. Күпмелер ваҡыттан редакциянан “Ғәфү итегеҙ, беҙ инша баҫмайбыҙ, Һеҙҙән шиғырҙар, мәҡәләләр көтәбеҙ” тигәнерәк мәғәнәле хат килеп төшкәс, ниңәлер күңелем һүрелеп, ҡәләмемде ситкә шылдырҙым.

Үҫә килә барыбер күңелемде ижад итеү теләге тынғыһыҙларға тотондо. Ун беренсе синыфты тамамлаған мәлдә “Йәшлек” гәзите редакцияһы менән Башҡорт дәүләт университеты иғлан иткән “Һандал” исемле конкурста ҡатнаштым. Уның талаптары аналитик мәҡәлә, репортаж, интервью, фельетон һәм һүрәтләмә яҙыу ине. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназияһында журналистика буйынса дәрес биргән Зәки Әлибаев менән яҡташым, “Йәшлек”тең баш мөхәррир урынбаҫары Әлфиә Шәрипова (Хәмитова) күп нәмәгә өйрәтте, шул арҡала әлеге конкурста еңеп, уның шарттарына ярашлы БДУ-ның журналистика бүлеге студентына әйләндем.

Артабан үҙебеҙҙең Бөрйән районының “Таң” гәзите, “Шоңҡар” журналы, “Башҡортостан” гәзите менән дә хеҙмәттәшлек итә башланым. Хәбәрсе булып киттем. Аҙмы-күпме тәжрибә туплағандан һуң “Аманат” журналына әйләнеп ҡайттым...

Ҡыҫҡаһы, нәҡ ошо журнал миңә ижад ҡомары бирҙе, журналистика донъяһына ылыҡтырҙы. Үҙебеҙ уҡып үҫкән рубрикалар ғына түгел, мәҡәлә атамалары, авторҙарҙың исем-шәрифтәре, хатта ҡайһы бер һөйләмдәр ҙә хәтеремдә һаҡланған. Әле “Аманат”ҡа мәҡәләләр яҙғанда элекке стилде дауам итергә тырышам. Үҙемсә “Пионер”ҙың аманатын үтәйем инде. Ҡасандыр апайым яҙғанды үҙемдеке тип баҫтыртҡан өсөн редакция хеҙмәткәрҙәре һәм уҡыусылар алдындағы ғәйебем юйылыр, бәлки, тигән өмөт менән.
Читайте нас: