+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
22 Ноябрь 2018, 20:44

Мин ниңә яҡшы уҡыусынан насарға әйләндем?

Уҡытыусы өҫтәп һорау бирһә, “не знаю” тип, башты аҫҡа эйәм дә ҡуям...

Ауыл мәктәбендә бөтә фәндәрҙән дә тиерлек гел “бишле” билдәһенә өлгәшә инем. “Дүртле” бик һирәк эләкте. Һигеҙенсе синыфта уҡығанда хатта йыл буйы “отличник” булдым. Туғыҙынсыла белем алғанда иһә ялҡаулана башлауым һәм география уҡытыусыһының йәнен көйҙөрөүем арҡаһында ике “дүртле” һәм ғүмеремдә тәүге тапҡыр бер сирек өсөн “өслө” лә сәпәнеләр. Ғәйептең үҙемдә генә икәнлеген шул саҡта уҡ яҡшы аңлай инем былай.

Алдынғы уҡыусы тип иҫәпләнгәс, үҙемә ҡарата баһам шаҡтай юғары бит инде, шуға туғыҙынсынан һуң Өфөләге берәй лицейға йә гимназияға юлланырға ниәт ҡорҙом. Хәйер, атайым менән әсәйем дә мине шул йүнәлешкә көйләгәйне. “Апайың, ана, педагогия институтына яңғыҙы ғына барып имтихан бирҙе лә студент булды ла китте, һин дә ҡурҡып торма”, – тиҙәр.

Әммә апайһыҙ булманы барыбер. Ул мине Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназияһына индерҙе. Эйе, этеп-төртөп тигәндәй. Сөнки июндә барып, ҡабул итеү имтихандарын тапшырғанда уҡ, тиҫтерҙәремдең күпселеге урыҫса һөйләшә икәнен белеп, гимназист булыу хыялынан дүнгәйнем. Һынауҙы үтә алмағас, ҡыуандым хатта. Тик апайым, өҙмәй ҙә ҡуймай, августа үткәрелгән өҫтәмә имтихандарға килтереп, мине тәки ошо интернатҡа урынлаштырҙы.

Ысынлап та ныҡ ауыр кисерҙем бында эләгеүҙе. Туған мәктәбемдә бит урыҫса иркен аралашырлыҡ итеп һәйбәт уҡыманыҡ, “бишле”ләр ғәҙәттә диктант, инша, изложениелар, өйгә эштәр өсөн ҡуйыла торғайны. Хәтерем яҡшы булғас, гел хатаһыҙ яҙҙым, ҡағиҙәләрҙе теүәл белдем, әлбиттә. Ә бына урыҫса һүҙҙәрҙән матур итеп һөйләмдәр төҙөп әйтергә тигәндә теҙҙәрем ҡалтырай, телем көрмәлә, башым ҡайнай башлар ине. Иншаны ни, тегенән-бынан ишеткән һүҙбәйләнештәрҙе, һөйләмдәрҙе конструктор һымаҡ теҙеп, яҙаһың инде ул...

Гимназияла башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән башҡа барлыҡ дәрестәр – урыҫ телендә. Ҡайһы бер уҡытыусылар, башҡортса һөйләһәң, аңлай былай, әммә күптәре беҙҙеңсә белмәй. Мин үҙем дә дәрестә бирелгән мәғлүмәттәргә төшөнмәй ҡалғылайым. Хәйер, теманы аңлаһам да, уҡытыусының һорауҙарына тел менән яуаплау хәлемдән килмәй.

Айырыуса химия, математика, физика, биология, информатика ауыр. Таҡтаға сығарһалар, миҫалды яҙып эшләп күрһәтәм дә, уҡытыусы өҫтәп һорау бирһә, “не знаю” тип, башты аҫҡа эйәм дә ҡуям. Юғиһә, берәй һүҙҙе яңылыш әйтеп ебәрһәм, бөтөн синыфташтарым тәгәрәп ятып көлөр кеүек.

Шулай бер семестр үтте. Көндәлегемдә, биш ай йомғаҡтарын билдәләп, 13 “өслө” һәм бер “икеле” барлыҡҡа килде. Башҡорт ағайҙар уҡытҡан география, тарих фәндәренән “дүртле” булһа, ни бары башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән – “бишле”. Аҙаҡ йыллыҡ билдәләр ҙә шунан яҡшыраҡ түгел ине шикелле.

Ҡағиҙә булараҡ, гимназияларҙа насар уҡығандарҙы тотмайҙар. Мин ҡыуылыуға әҙер инем һәм йәйге каникулға синыфташтарым менән мәңгегә хушлашҡандай ҡайтып киттем. Бер айҙан, ҡыуылыуымды һаман иғлан итмәгәстәр, хеҙмәт практикаһына килдем дә уҡыуҙа ҡалдырғандарын ишеттем. Баҡһаң, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сәғиҙә Рим ҡыҙы, минең дәрестәр буйынса гел яҡшы өлгәшә, өмөт бар, тип, яҡлап сыҡҡан икән.

Әлбиттә, ун беренсе синыфта мине ныҡ тырыштырҙылар. Алгебра менән геометрия, урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары шәхсән шөғөлләнде, дәрестәрҙән һуң бер нисә сәғәтен йәлләмәй торғайнылар. Хәйер, унынсы синыфта саҡта уҡ башланғайны инде был “шефлыҡ”. Математиканы һәйбәт белгәнемде, уҡыуҙағы бөтөн бәләләрем әлеге лә баяғы урыҫ теле арҡаһында икәнлеген аңланы күптәр. Көндәлегемдә “дүртле”, “бишле” билдәләре ишәйҙе. Урыҫ әҙәбиәте уҡытыусыһы шиғырҙарҙы башҡаларға ятларға ҡушһа, миңә башҡортсаға тәржемә итергә бирә башланы.

Һөйҙөм һеҙҙе. Мөхәббәтем, бәлки,

Һүрелмәгәндер ҙә күңелдә,

Тик ул һеҙҙе башҡа борсомаһын –

Телмәмәйем һағыш мин һеҙгә... –

тип иркенләп ижад менән шөғөлләнеп ултыра торғайным дәрес әҙерләү сәғәттәрендә. Башҡорт әҙәбиәтенән дә уҡытыусыбыҙ йыш ҡына шиғыр яҙҙырҙы.

Барыбер синыфташтарымды ҡыуып етә алманым. “Йәшлек” гәзитендәге “Һандал” конкурсы килеп сыҡмаһа, юғары уҡыу йорттарының береһенә лә ҡабул итмәҫтәр ине мине. БДУ-ға ингән саҡта декан урынбаҫары Ризван Хажиев, аттестатымдың уртаса балын иҫәпләп ҡарап, хайран ҡалды: 3,8! “Шундай аттестат менән кешене университетҡа уҡырға алырға мөмкинме икән һуң?” – тип, ректорҙың үҙенә индек. Рәғиб Насретдин улы: “Ни хәл итәһең, конкурс шарттарына ярашлы ҡабул итергә бурыслыбыҙ”, – тип йылмайҙы...

Бына шулай, урыҫса белмәүем сәбәпле мәктәптән шыр “өслө”ләр менән сыҡһам, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән яҡшы уҡыуым арҡаһында университетҡа имтиханһыҙ инә алдым. Аллаһ Тәғәләнең сикһеҙ мәрхәмәте арҡылы, мөғжизә менән. Йәштәргә кәңәшем шул: урыҫса һөйләшергә өйрәнегеҙ, бер үк ваҡытта башҡорт теленә лә иғтибарҙы кәметмәгеҙ. Икеһе лә мөһим! Башҡа телдәрҙе лә үҙләштерһәгеҙ, тағы ла яҡшыраҡ.
Читайте нас: