-22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
25 Ноябрь 2018, 17:33

Әсәй (шиғыр)

Әсәйгә арналған бик матур шиғыр. Авторы кем икән?

Иң матур юлдар –

Һин йөрөгән юлдар.

Иң тәмле һыуҙар –

Һин биргән һыуҙар.


Иң йомшак ҡулдар –

Һин һөйгән ҡулдар.

Иң яҡты моңдар –

Һин белгән моңдар.


Иң ҡайнар эҙҙәр –

Һин баҫҡан эҙҙәр.

Иң моңло күҙҙәр –

Һин баҡҡан күҙҙәр.


Иң тоғро һүҙҙәр –

Һин әйткән һүҙҙәр.

Иң сабыр йөрәк –

Һинең йөрәгең.


Иң талмаҫ беләк –

Һинең беләгең.

Иң изге теләк –

Һинең теләгең.


Иң бөгөлгән бил –

Ул һинең билең.

Гөл һибелгән тел –

Ул һинең телең.


Үс тотмаҫ күңел –

Һинең күңелең, Әсәй!