Тормош бәхет өсөн яратылған. Ә бәхет нимә ул? Кемдер был төшөнсәне аҡса, хакимлыҡ итеү, яҡшы эш урыны менән бәйләй, ҡайһы берәүҙәр матур ғаилә ҡороп, балалар тәрбиәләүҙе өҫтөн күрә.
Минең өсөн бәхет – ғаиләлә. Ҡәҙерлеләрем – атайым, әсәйем, ағайым һәм ҡустым – менән бер-беребеҙҙе аңлап, хөрмәт итеп, үҙ-ара килешеп йәшәйбеҙ. Әсәйем Рәүилә Рафаэль ҡыҙы – ауыл мәҙәниәт йортонда художество етәксеһе, атайым мәҙәни ойоштороусы булып эшләйҙәр. Үҙҙәренең берҙәм коллективы менән ауылдаштарыбыҙҙы күркәм сығыштары, үткәргән төрлө саралары менән шатландырып торалар.
Ғаилә ҡәлғәһенең тотҡалары булған атай менән әсәйҙең әһәмиәте бик ҙур. Ғаиләлә иң юғары вазифаны биләүсе һәм башҡарыусы ата кешенең бурысы – баланы яҡлау, аҡыллы кәңәштәр биреү, үҙенең изге эштәре менән балаларына үрнәк булыу. Минең атайым Асфат Әүхәт улы шундайҙарҙан. Ә ҡатын-ҡыҙ ғаилә усағын һаҡларға тейеш, йәғни, балалар үҫтереп, уларҙы ашатырға, күркәм тәрбиәгә өлгәшергә бурыслы. Мин ата-әсәмдең ошо сифаттарға эйә булыуҙары менән ғорурланам. Уларҙың ипле һүҙҙәре, бәхетле ғаилә мөхите күңелемдә ыңғай хис-тойғолар ғына яралта. Атайым менән әсәйемдең һөйөүҙән балҡыуы, уларҙан ағылған тыныслыҡ, эске ышаныс, беҙгә, йәғни балаларына күсә, тормошта ныҡлы аҙымдар менән атларға көс-ҡеүәт өҫтәй, илһамландыра, рухландыра. Уҡыуҙа ла, тормошта ла атай-әсәйемдең өлгөлө ҡыҙы булып, уларға бары тик яҡшылыҡ, изгелек кенә килтереп йәшәргә ынтылам.
Иншамды тамамлап, ошондай теләктә ҡалам: һәр бала үҙ ғаиләһендә тәрбиәләнеп, атай-әсәй наҙына күмелеп йәшәһен ине. Донъяла бер етем бала ла булмаһын ине.
Иҫән булһын, татыу булһын
Атай-әсәйҙәр.
Бәхетле булып үҫһендәр
Ерҙә бәпәйҙәр.
Сөмбөл ЮЛБАРЫҪОВА.
Ғафури районы,
Сәйетбаба ауылы.