-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
18 Ғинуар 2019, 16:28

Кем ысын дуҫ?

Гүзәлиә, Зәлифә, Алтынай ҙа ошо синыфта уҡыусы яҡын дуҫтар, күп ваҡыттарын бергә үткәрәләр. Өҫтәүенә, өйҙәре лә бер урамда урынлашҡан. Йәйен бергәләп еләккә, һыу инергә йөрөйҙәр, бер-береһенә ҡунаҡҡа ла киләләр. Хәҙер күптән көткән “Зәңгәр ут” кисәһендә кемдең ниндәй күлдәк кейәсәге, ниндәй прическала буласағы хаҡында һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне.

Ҡыш... Ҡайһылай матур миҙгел! Ниндәйҙер тылсымға, мөғжизәгә сорналған, һис ҡасан һоҡланып туймаҫлыҡ бит ул... Ер өҫтөнә балаҫтай түшәлгән ҡар бөртөктәре үҙҙәре генә ни тора! Барыбыҙ ҙа һағынып көткән Яңы йыл байрамы, ҡышҡы каникулдар етә. Саф һауала ваҡыт уҙғарыуы ҡышын бик мауыҡтырғыс: саңғыла, конькиҙа шыуып та, ҡар менән бәрешеп уйнап та, тауҙан эйеп тә, ҡарҙан ҡар бабай яһап та күңел асырға мөмкин.
Мәктәптә лә күмәкләшеп байрамға әҙерләнәләр: сценарий өҫтөндә эшләү, маскарадҡа костюмдар хәстәрләү, шыршыны биҙәп ҡуйыу, бүләктәр әҙерләү, өлкәнерәк синыфтарҙа үтәсәк “Зәңгәр ут” кисәһенә коридорҙы биҙәү һәм башҡа эштәрҙе башҡарыу бурысы тора. Һәр синыф үҙ майҙансығында ҡарҙан төрлө матур һындар әүәләп, буяп та ҡуйҙылар. Тәҙрәләргә ҡағыҙҙан ҡар бөртөктәре яһап элделәр...
Туғыҙынсы синыф уҡыусыларын да байрам алды мәшәҡәттәре көтә ине. Етеп килгән имтихандарға ныҡлы әҙерләнергә, аттестатҡа ҡуйыласаҡ билдәләре тураһында ла ҡайғыртырға кәрәк. Ҙур синыфтар араһында үткәрелгән йәрәбә тартыуҙа уларға лоторея билеттары әҙерләп һатыу эше лә йөкмәтелде. Туғыҙынсылар үҙ-ара бик татыуҙар, бер-береһенә һәр саҡ ярҙамға ашығырға әҙер торалар, уҡыуҙа ла һынатмайҙар.
Гүзәлиә, Зәлифә, Алтынай ҙа ошо синыфта уҡыусы яҡын дуҫтар, күп ваҡыттарын бергә үткәрәләр. Өҫтәүенә, өйҙәре лә бер урамда урынлашҡан. Йәйен бергәләп еләккә, һыу инергә йөрөйҙәр, бер-береһенә ҡунаҡҡа ла киләләр. Хәҙер күптән көткән “Зәңгәр ут” кисәһендә кемдең ниндәй күлдәк кейәсәге, ниндәй прическала буласағы хаҡында һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне. Король һәм Королева исеменә кем лайыҡ булыр икән тип тә фекер алыштылар. Әлбиттә, матур биҙәлгән ҡупшы тажға эйә булыу һәр ҡыҙҙың хыялылыр.
Ваҡыт тиҙ үтә шул. Һиҙҙермәй генә шулай байрам буласаҡ көн дә етте. Кисә бик йәнле, күңелле генә барҙы. Уҡытыусылар ҙа матур сценарий әҙерләгәндәр, йыл буйына уҡыуҙа яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән уҡыусыларҙы тәбрикләп үттеләр, төрлө ҡыҙыҡлы уйындар үткәрҙеләр. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҙа килде, һәләтле, отҡор балаларға тәмлекәстәр тапшырҙылар. Табындар ҙа матур әҙерләнгән ине. Концерт номерҙары менән дә сығыш яһанылар. Ҡыҫҡаһы, күңелһеҙләнеп ултырырға ваҡыт булманы.
Бына инде байрамдың аҙағы яҡынлашты, Король менән Королеваны иғлан итеү ваҡыты етте. Һәм... Королева исеменә туғыҙынсы синыф уҡыусыһы Зарипова Алтынай лайыҡ булды! Ә Король тажын унынсынан Алсынбаев Илнур кейҙе. Алтынай ҡыуанысынан ни эшләргә лә белмәне! Барыһы ла уларға ҡотлауҙарын яуҙырҙылар. Гүзәлиә менән Зәлифә лә әхирәттәре өсөн бик шатланды. Тик Зәлифә эстән бер аҙ көнләшеп тә ҡуйҙы. Сөнки ул күптән бер кемгә лә һиҙҙермәй Илнурҙы оҡшатып йөрөй ине. Алтынай урынында үҙе була алмағаны өсөн бер аҙ көйөндө. Күңеле төшөңкөрәп, дискотекаға ла ҡалмайынса өйөнә ҡайтырға ашыҡты. Классташтары менән әхирәттәре уның был ҡылығын аңламаны. “Бер аҙ башым ауыртып тора, минең өсөн борсолмағыҙ, бигерәк арытылды бөгөн”, - тип йылмайҙы ла, сығып та тайҙы.
Шулай ҡышҡы каникулдар ҙа башланып китте. Бер көндө өс әхирәт ауыл осондағы боҙ майҙансыҡҡа конькиҙа шыуырға барырға булдылар. Көн дә аяҙ, ҡояшлы тора. Шуға ла саф һауала катокта йөрөү бик күңелле ине. Тик көтмәгәндә ҡапыл яҙа баҫып, Алтынай боҙҙа ҡолап китте. Торорға хәле етмәне, аяғы бик ауырта ине. Ике дуҫы янына тиҙ арала килеп еттеләр. Гүзәлиә шунда уҡ Алтынайҙың әсәһенә шылтыратып хәлде аңлатып бирҙе, атаһы ҡыҙын больницаға алып барырға булды. Гүзәлиә лә бергә барырға теләк белдерҙе. Алтынайға ҡайғырмаҫҡа ҡушты, барыһы ла яҡшы буласағына ышандырҙы. Тик Зәлифә генә ауырыуҙың янында бер аҙ өйрөлөп-сөйрөлдө лә, тиҙ арала ағаһы ҡайтып етергә ҡушҡанлығы тураһында хәбәр итеп юҡҡа сыҡты. Гүзәлиә бер аҙ аптырап ҡалды ла, бәлки берәй ашығыс ваҡиға килеп сыҡҡандыр тип, артыҡ иғтибар бирмәҫкә тырышты.
Больницала асыҡланыуынса, ҡыҙҙың аяғы һынған булып сыҡты. Бәхеткә ҡаршы, хәле бик үк насар түгел ине. Доктор уның бер-ике аҙнанан өйөнә ҡайта аласағы тураһында хәбәр итте, тик әлегә Алтынай больницала ҡалып торасаҡ икән. Ата-әсәһенә эйәреп, Гүзәлиә дуҫы янына бик йыш килеп йөрөнө. Алтынай ҙа уны күреүенә бик шат булды, хатта һынған аяғы хаҡында ла онотоп тора ине.
Ә Зәлифә шул көндән һуң бөтөнләй юҡҡа сыҡты. Гүзәлиә уға шылтыратып та ҡараны, әммә ул телефонын алманы. Ике йөҙлө кеше булып сыҡты ул. “Ауыр саҡта һына дуҫтарыңды, елкәндәр бит елдә һынала,”- тигән йыр һүҙҙәре ҡапыл иҫенә килде Алтынайҙың.
Читайте нас: