-22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
24 Ғинуар 2019, 14:33

Шиғриәт һәм сәсмә әҫәрҙәр конкурстарында еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!

"Башҡортостан беҙҙән башлана" шиғриәт, “Ижад ҡомары” сәсмә әҫәрҙәр бәйгеләре еңеүселәрен ҡайнар ҡотлайбыҙ!

2018 йылда “Аманат” журналы Мостай Кәрим исемендәге Фонд һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы менән берлектә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған шиғриәт, сәсмә әҫәрҙәр бәйгеләре ойошторҙо. Бәйгенең беренсе өлөшө тамам.
“Ижад ҡомары” сәсмә әҫәрҙәр бәйгеһе еңеүселәре: Өфө ҡалаһының 16-сы гимназияһы уҡыусыһы Розалия Сабитова, Ейәнсура районының Иҫәнғол Башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы Айгүзәл Мөхәмәтйәнова, Ғафури районының Красноусол Башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы Айназ Мәхийәнов, Бөрйән районының Байназар мәктәбе уҡыусыһы Азамат Ҡарағолов.
"Башҡортостан беҙҙән башлана" шиғриәт бәйгеһе еңеүселәре лә билдәләнде. Беренсе урынды Ғафури районының Юлыҡ мәктәбе уҡыусыһы Динара Насирова яулаһа, икенселә – Бөрйән районының Әбделмәмбәт мәктәбе уҡыусыһы Сынтимер Билалов менән Әбйәлил районының Яңы Балапан мәктәбе уҡыусыһы Нәсимә Нәбиуллина лайыҡ булды. Өсөнсө урынды үҙ-ара бер юлы өс уҡыусы бүлеште. Бына улар: Баймаҡ ҡалаһының 4-се лицейы уҡыусыһы Йәмил Сәйҙәлиев, Саҡмағош районының Яңы Ҡото мәктәбе уҡыусыһы Гөлсәсәк Саҙрыева, Бөрйән районыың Яуымбай мәктәбе уҡыусыһы Айгөл Дауытова. Дәртләндереүселәр иҫәбенә Әбйәлил районының Рауил мәктәбе уҡыусыһы Зарема Шәйхетдинова, Салауат районының Янғантау мәктәбе уҡыусыһы Йәмилә Яҡупова, Бүздәк районының Иҫке Боғаҙы мәктәбе уҡыусыһы Надежда Царабаева, Бөрйән районыың Яуымбай мәктәбе уҡыусыһы Зөлхизә Усманова, Баҡалы районы Баҡалы ауылының 1-се мәктәбе уҡыусыһы Алһыу Медведева, Бишбүләк районының Айыт мәктәбе уҡыусыһы Алмас Ильясов, Өфө ҡалаһының Мостай Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Тамсы Үтәбаева, Өфө ҡалаһының Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты уҡыусыһы Нурсилә Әхмәтова, Бөрйән районының Әбделмәмбәт мәктәбе уҡыусылары Йәнгүзәл Ҡаһарманова менән Айгөл Сөләймәнова инде.
Еңеүселәр үҙҙәренең Маҡтау билдәләрен “Бәйләнештә” сайтындағы төркөмдөң “Маҡтау билдәләре, Рәхмәт кәлимәләре” альбомында таба ала (https://vk.com/album-41010454_257725662).
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 2019 йылда конкурстың икенсе өлөшө дауам итә. Уның еңеүселәре йыл аҙағында, Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулғанда иғлан ителәсәк. Шуға күрә, беҙ һеҙҙе быйыл да әүҙем булырға, ижади бәйгенән ситтә ҡалмай, дәррәү ҡатнашырға саҡырабыҙ!
Еңеүселәр иғтибарына!
Атап үтелгән конкурстарҙа еңеүсе егет һәм ҡыҙҙарҙы Мостай Кәрим исемендәге Фонд, Яҙыусылар союзы, “Аманат” журналы менән берлектә Өфөлә үтәсәк ҙур байрам кисәһенә саҡырабыҙ. Көнө әлегә билдәһеҙ (яҡынса февраль баштары). Әлегә, ошо исемлектәге балаларҙың мәктәп етәкселеге, уҡытыусылары, ата-әсәләре тиҙ арала беҙҙең менән бәйләнешкә сыҡһын ине.
“Аманат” журналы редакцияһы. Телефон номеры – 277-73-46.